Нисек кенә уҡыр балаҡайҙар...22.01.2013
Мин «Башҡортостан» гәзитен йыл һайын алдырып уҡып барам. Быйыл, лотерея уйынында ҡатнашып, кеҫә телефоны отоп шатландым.
Бөгөн үҙемде һәм бөтөн ауылымды борсоған мәсьәләне күтәрмәксемен. Гәзиттең «Йома» һанында (2012 йыл, 31 август) Ринат Камалдың «Барабан һуғыр мәл!» тигән мәҡәләһен уҡып тетрәнгәйнем. Ул ваҡытта был мәсьәлә беҙҙең төпкөл башҡорт ауылына ҡағылыр тип уйламағайным да. Әле килеп, I класта уҡыған ейәнсәрем миңә ҡайтып: «Беҙҙең мәктәпте ябасаҡтар! Ҡайҙа уҡырға барабыҙ инде хәҙер? Мәктәп шулай емерелеп бөтөрмө икән?..» – тине.
Киләһе уҡыу йылына ейәнем дә уҡырға бара. Күрше ауыл мәктәбенә – ете саҡрым. Нисек кенә йөрөр икән был балаҡайҙар? Автобус булһа ла, тәбиғәт шарттары төрлөсә бит әле. Ауылыбыҙҙа 12–13 бала белем ала, уларҙан да бәләкәсерәктәр бар. Ниндәй ауыр замандарҙа ла мәктәптәр ябылмай һаҡланып килде. Әле шундай яҡшы шарттар, мөмкинлектәр булғанда юҡҡа сыға. Киләсәктә беҙҙең Боранғол ауылы ла бөтөрмө икән ни?