Рәсәй православиеһы Крещение байрамын билдәләне. Ул христианлыҡта иң боронғо байрамдар иҫәбенә инә.
“Крещаю”, “крещу” һүҙе грексанан тәржемә иткәндә “һыуға сумдырам” тигәнде аңлата. Йоланың мәғәнәһе бик тәрән. Крещение төнөндә барлыҡ православие ҡорамдарында ошо йола үтәлде, сөнки һыу һәр саҡ тереклек сығанағы булып иҫәпләнә, изге һыуға оҙон сират теҙелә. Был төндә һәр йылға-күлдән алынған ябай һыу ҙа шифалы көскә эйә тип иҫәпләнә. Ниндәй ҙә булһа сәбәптәр менән сиркәүгә бара алмаған йәки унан алыҫ йәшәгән кешеләр һыуҙы яҡындағы ятҡылыҡтан ала. Христиандарҙа ул рухи һәм тән сирҙәренән иң яҡшы дауа тип һанала. Ауырыу кешене ошо һыу менән йыуындыралар. Изге һыу иҫкермәй, шуға күрә уны һыуытҡысҡа ҡуйыуҙың кәрәге юҡ, тиҙәр.
Христиандар уны “ҡыҙыл мөйөштә”, иконалар эргәһендә һаҡлай. Изге һыу эскән кешегә әрләшергә, насар ғәмәлдәр ҡылырға ярамай.