Башҡортостан судтары — алдынғылар иҫәбендә22.01.2013
Өфөнөң Ленин районы суды, Яңауыл һәм Көйөргәҙе район судтары Рәсәйҙең дөйөм юрисдикция федераль судтарының рәсми сайттарындағы мәғлүмәттәр асыҡлығы рейтингында беренсе урын яуланы.
Былтырғы июндән алып октябргә тиклемге мониторингты Мәғлүмәт азатлығы фонды Рәсәй хоҡуҡи һәм суд мәғлүмәте агентлығы менән берлектә үткәрҙе. Фонд 2 198 район суды, 83 өлкә суды, Рәсәйҙең Юғары суды сайттарын тикшерҙе. Сара дөйөм юрисдикция судтарының сайтында коррупцияға ҡаршы эш итеү, суд системаһына йәмәғәт контроле менән бәйле мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу мәсьәләһенә арналды.
Билдәләнгән судтарҙан тыш, алдынғыларҙың тәүге тиҫтәһенә Ғафури район суды ла инде. Ул 10-сы урынды яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикалағы ике район суды (Шаран һәм Ейәнсура) артта ҡалыусылар исемлеген тулыландырҙы. Башҡортостандың Юғары суды йыйылма рейтингта 46-сы урынды биләне.
2010 йылда билдәләнгән рейтингта Өфөнөң Киров район суды — 25-се, Калинин район суды — 95-се, Башҡортостандың Юғары суды 181-се урынды яулағайны. 2011 йылда 83 өлкә суды араһында республикабыҙ — 31-се, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы район судтары Рәсәй төбәктәрендәге 2 300 район һәм ҡала судтары араһында 116-сы урынды алғайны.