Эш хаҡы: бурыс — 54,9 миллион һум22.01.2013
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 ғинуарға республикала эш хаҡы буйынса бурыс 54,9 миллион һум тәшкил иткән.

Әле 13 эш биреүсе 1 990 хеҙмәткәренә эш хаҡын түләмәгән. 2012 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда бурыс күләме — ике тапҡырға, бурыслы ойошмалар һаны 2,2 тапҡырға кәмегән, тип билдәләйҙәр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Өфөнөң 2-се икмәк комбинатында һәм Октябрьскийҙағы “Промвентиляция-1” идаралығында эш хаҡы буйынса бурыс арта төшкән. Был исемлеккә яңы предприятиелар ҙа ингән. Улар араһында Белореттағы “Жилстрой” йәмғиәте (2,1 миллион һум) һәм “Башҡортостан” авиакомпанияһы (28,9 миллион һум) бар. Һөҙөмтәлә ғинуар башында Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстың дөйөм күләме былтырғы декабргә ҡарағанда 20,2 миллион һумға артҡан.
Дәүләт хеҙмәт инспекторҙары эш хаҡы түләү торошон күҙәтеү йәһәтенән 1 526 сара уҙғарған. Уларҙың күрһәтмәһен үтәү һөҙөмтәһендә 9 316 кешегә 134,2 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарылған. Мәҫәлән, “Башҡортостан” авиакомпанияһы хеҙмәткәрҙәре 20 миллион һумдан ашыу аҡсаһын шуға өлгәшкән. “Өфөлестрой” йәмғиәтендә, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында һәм Стәрлетамаҡ районындағы Шевченко исемендәге ауыл хужалығы кооперативында — 5-әр миллион һум, “Спецстройсервис” йәмғиәтендә 4 миллион һум түләнгән. Ҡануниәтте боҙған өсөн 1 149 эш биреүсе — административ, дүрт эш биреүсе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, тағы ла 11 кешегә штраф һалынған.


Вернуться назад