Ҡунаҡтарға урын буласаҡ22.01.2013
Билдәле булыуынса, 2015 йылда Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге саммиттар үткәреләсәк. Был сараға донъяның төрлө илдәренән абруйлы вәкилдәр килеүе көтөлә. Ә ҡунаҡтарҙы тейешенсә ҡаршылай белеү үҙе бер сәнғәт. Бының өсөн тәү сиратта заман шарттарына тап килгән ҡунаҡханалар булырға тейеш.
Әйткәндәй, иң уңайлы ҡунаҡ йорттарының береһе тиҙҙән Өфөлә төҙөлә башлаясаҡ та. Ошо хаҡта “Основа” компанияһы етәксеһе Александр Калтыков матбуғат конференцияһында белдерҙе. Һигеҙ ҡатлы йорт Октябрҙең 50 йыллығы урамында, “Өфө уттары” күңел асыу үҙәге янында ҡалҡып сығасаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, төҙөлөш 570 миллион һумға барып баҫа.
Дүрт йондоҙло ҡунаҡханала 160 бүлмә буласаҡ тип күҙаллана. Машиналар ҡуйыу өсөн махсус урындар ҙа ҡаралған.
— Объектты ваҡытында тапшырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — тине Александр Калтыков. — Ни тиһәң дә, был проект отошло. Сығымдарҙы 10 йыл эсендә ҡайтарырға иҫәп тотабыҙ.
Бындай ҡунаҡхана, беренсенән, ҡаланың тышҡы йөҙөн биҙәһә, икенсенән, урындағы бюджетты тулыландырасаҡ.