Тыйылған емеш татлы шул22.01.2013
Тыйылған емеш татлы шулМиҙал да ике яҡлы

Ғинуар һыуығы үҙен һиҙҙерә. Йоҡа ғына кейенгән "Йәш гвардия"сыларҙың ҡышҡы селлә өтөүҙән ҡыҙарған танауҙарына, ҡулдарын ыуғылап, аяҡтарын тыпырҙатып алыуына ҡарап, көноҙоно баш ҡала урамдары буйлап ларек һәм киосктарҙың яңы йылда ниндәй ҡанундар буйынса йәшәүен тикшерергә дәрт һәм сыҙамлығы етерме икән? Ручкалар ҙа "тыңлашмай", ҡыш ҡыш инде.

Танышабыҙ: 18-19 йәшлек егеттәрҙең икеһе лә — студент. Азамат — Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында, Тимур 155-се художество лицейында белем ала. "Ни өсөн "Йәш гвардия"ға яҙылдығыҙ? Йәмәғәт эше ялҡытҡыс, күңелһеҙ түгелме?" — тип юл буйы һораша-һораша киләбеҙ.
— Йәштәр ойошмаһының барлығын күптән белһәм дә, ҡыйыулыҡ табып, яңыраҡ ҡына уның сафына баҫтым. Гел генә уҡып ултырып булмай бит инде, ниндәйҙер файҙалы эшең, шөғөлөң дә булырға тейештер ҙә баһа тормошта. Йәштәштәремдең тәмәке көйрәтеүе, һыранан айырыла алмауы мине лә бик борсой. Үҙем ундай ҡылыҡтарҙан азатмын, — ти Тәтешле егете Азамат.
— Ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар, мауыҡтырғыс әңгәмәләр, яңылыҡтар шаһиты булыу бик оҡшай беҙгә, — тип өҫтәне Тимур ҙа. — Әгәр ҙә эскелеккә,Тыйылған емеш татлы шул иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға ҡаршы йүнәлтелгән сараларға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алһаҡ, ваҡытыбыҙҙың елгә осмағанын аңлап, һөйөнөр инек.
"Йәш гвардия"ның республика буйынса "Агенттар" проектына етәкселек иткән Константин Чадлин — йәштәр араһында билдәле шәхес. Үҙенең юридик фирмаһы булған 29 йәшлек егет — үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә бөтә көсөн, дәртен биргән сәмле кеше.
— Беҙ быға тиклем дә полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, алкоголле эсемлектәрҙе һатыу тураһындағы яңы закондың үтәлеше менән ҡыҙыҡһынып, рейдтар үткәрҙек. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтәм: сауҙа нөктәләренә килеп, хәлде үҙ күҙҙәрең менән күреүҙән дә яҡшыһы, емешлеһе юҡ. Ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған һатыусылар өсөн дә ҙур һабаҡ был. Йәмәғәтселектең етди иғтибарын тойоп, улар ҙа закондарҙы асыҡтан-асыҡ боҙоуға бармай, штрафтар ҙа, "ҡара исемлек"кә инеү хәүефе лә һағайта торғандыр, — тине ул.
Баш ҡаланың Рәсәй урамындағы 100/3-сө йортта урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинына һыра "һатып" алырға киткән егеттәребеҙ буш ҡайтты. Һыра һатыу бөтөрөлгән икән. "Мискә менән һатылыусы эсемлектәр үҙәге"ндә лә егеттәрҙең "ҡармағына" эләгеүсе булмай сыҡты.
— Бынау ларекта элек һыра һаталар ине, ҡарап сығайым әле, — тип Тимур шунда ыңғайлағайны ла, үҙен йәһәт кенә борҙолар. "Паспортыңды күрһәт әле, моғайын, йәшең 21-гә етмәгәндер. Законды яҡшы белергә тейешһең", — тип үҙенә аҡыл өйрәтеп сығарған уҫал һатыусы.
"Баш ҡалала алкоголле эсемлектәр менән һатыу яйға һалына башлаған икән дә баһа. Һатыусылар ҙа заманса фекер йөрөтә, "юҡ, беҙҙә һыра һатылмай" тип үҫмерҙәргә ҡәтғи яуап ҡайтара белә. Тимәк, закон талаптары үтәлә", — тип юлдаштарыбыҙ менән ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Йәнә бер-ике киоск эргәһендә туҡталып, егеттәребеҙ сауҙа хәлен белешеп ҡарағайны ла "беҙҙә һыра һатылмай" тигәнде ишетеп, аҙыраҡ кәйефтәре "ҡырыла" төштө. "Смена" кинотеатры туҡталышында ла "1 ғинуарҙан һыра һатмайбыҙ" тип яуапланылар. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ларектар бөтөнләй эшләмәй. Моғайын да, һыра һатыу тыйылғас, табыштың ҡырҡа кәмейәсәген аңлап, эшҡыуарҙар бизнестарын үҙгәртеп ҡорорға баш ваталыр.
Шулай ҙа "һунар"ға ҙур дәрт менән сыҡҡан, сәмле йәштәрҙең "табыш"һыҙ ҡайтыуы мөмкин булманы. "Башархитектура" туҡталышындағы ларек витринаһында ялтырашып ултырған төрлө һыра шешәләрен күреп, егеттәребеҙ өшөүҙәрен дә онотто. Улар 35 һумлыҡ "Аҡ айыу"ҙы ҡосаҡлап килеп сыҡҡас, рейдта ҡатнашыусы полицияның өлкән лейтенанты Роберт Янбарисовҡа протокол төҙөргә генә ҡалды.
— Бизнесҡа финанс көсөргәнеше ныҡ артты, шуға күрә киоскта һыра һатылмағас, табыш та түбән. Миңә нимә һатһам да барыбер. Эш биреүсе ниндәй талап ҡуя — шуны үтәйем, — тип аҡланырға тырышты һатыусы.
Һүҙ ҙә юҡ, яңы йылдан майҙаны 50 квадрат метрҙан кәмерәк сауҙа нөктәһендә, шулай уҡ төндә алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙың тыйылыуы ҡайһы бер киоск һәм ларектарҙың ябылыуына килтерәсәк. Араҡы һәм шарапҡа тиңләштерелгән һыраға ла закон ҡағыла. Йыл башынан түләүҙәр күләменең артыуы ла бәләкәй эшҡыуарлыҡ файҙаһына булманы. Киреһенсә, ҙур сауҙа нөктәләренә эш тә, табыш та артасаҡ. Миҙалдың ике яғы булғандай, яңы закондың да "төйөр"лө ерҙәре юҡ түгел: төндәрен иҫкерткес эсемлектәрҙе йәшертен һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа табылыр, спекулянттар ҙа йоҡлап ятмаҫ. Ниңәлер һаман да айыҡ аҡыл менән йәшәргә өйрәнә алмай ыҙаланабыҙ шул. Әммә рейдҡа сыҡҡан "Йәш гвардия"сыларҙың әүҙемлеге, сәләмәт, матур тормошҡа ынтылышы, йәштәштәрен ысын күңелдән алама ғәҙәттәрҙән арындырырға теләүе, киләсәккә пландар ҡороуы бөтә ҡыйыш-мыйыш яҡтарҙан, етешһеҙлектәрҙән өҫтөнөрәк тойолдо. Айыҡ аҡыл, белем менән эш итеүсе, үҙҙәре артынан күптәрҙе эйәртергә һәләтле бына тигән йәштәребеҙ үҫеп килә икән дә баһа, тип ысын күңелдән ҡыуандыҡ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА. Өфө ҡалаһы.

Төнгө Сибай йоҡламай

Алкоголле эсемлектәрҙе һатыу ҡағиҙәләре тураһындағы яңылыҡты күптәр ҡыуанып ҡаршы алһа ла, ул сауҙа нөктәләре хужаларының күңеленә ятманы. Сер түгел, күптәргә табыш тап һыра һатыуҙан килә. Ә яңы ҡағиҙәләрҙең аҡса табыу юлында ҡаршылыҡтар тыуҙырасағы көн кеүек асыҡ.
Ауылдан килгән танышым эш эҙләргә ярҙам итеүҙе һорағас, элекке урынынан китеүенең сәбәбен һорай ҡуйҙым. “Хужам киоскыһын япты”, – тигән яуапты ишеткәс, нығыраҡ төпсөнә башланым. Диләрәнең әйтеүенсә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән киосктың төп табышы, ысынлап та, һыра, тәмәке һатыуҙан килгән. Етмәһә, студенттар ятағы эргәһендә урынлашыуы ла кәсептең уңышына йоғонто яһамай ҡалмаған. Яңы йылдан һуң киоскты япҡас, ул бергә эшләгән иптәше менән эшһеҙ ҡалған.
Диләрәнең һүҙҙәре күңелгә тыныслыҡ бирмәне. Закондың нисек үтәлешен һынар өсөн төнгө Сибай урамы буйлап сәйәхәт ҡылырға булдыҡ. Киске сәғәт 11-ҙән һуң урам яғына йүнәләбеҙ. Бәй, ни булған? Элегерәк көнө-төнө эшләгән киоск бөтөнләй ябылған. Ә алда осраған ике сауҙа нөктәһенән ҡаршылыҡһыҙ һыра һатып алырға мөмкин. Хатта һатыусы ҡыҙҙар бер ниндәй икеләнеүһеҙ һәр һораған кешегә иҫерткес эсемлек тоттороп ебәрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: квартал эсендә урынлашҡан һатыу нөктәләрендә сауҙа эшмәкәрлеге иркен дауам итә.
Ҡайтыу яғына юл алып, “Аладдин” киоскыһы һатыусыһынан һыра һораныҡ. Ниндәй маркалы, нисә литрлыҡ тигән һорауҙарына ҡапыл ғына яуап бирә алмай аптырап ҡалдыҡ. (Ваҡытты һуҙам, "юҡ һыра, һатмайбыҙ" тигәнде ишетке килә). Түҙмәнем, ниңә 11-ҙән һуң һыра һатаһығыҙ, тип һорай ҡуйҙым. Әллә ни уңайһыҙланыу кисермәне һатыусы, "һуңғыһы ул, башҡаса юҡ", тип кенә аҡланды. Ситтән бер аҙ күҙәтеп торҙоҡ, әммә "тыйылған емеш татлыраҡ" тигәндәй, алыусылары ла бар, һатыусылары ла рәхәтләнеп һата бирә. Күрәһең, улар өсөн закон да, тыйыу ҙа юҡ. Иң мөһиме – килем генә булһын, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тигәндәй...
К. УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад