Салауатта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем ҡалған 395 бала, 397 инвалид үҫмер, күп балалы 387 ғаилә, 8 857 инвалид иҫәпләнә. Тап ошондай ғаиләләргә, мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында "Изгелек һәм мәрхәмәтлек юлында" хәйриә акцияһы уҙғарылды.
Хәйриә марафонына "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайында йомғаҡ яһалды, көн дауамында халыҡ ағылып торҙо. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең үҙ ҡулы менән эшләгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе сараға йәм өҫтәне. Зөлфиә Ишембәтова етәкселегендәге "Әсә йөрәге" инвалид балалар ойошмаһы һәм педагогия колледжы коллективы ҡулдан эшләнгән сувенирҙар һатты, йыйылған аҡса акцияның банктағы иҫәбенә күсерелде. Зөлфиә Биктимер ҡыҙы әйтеүенсә, педагогия колледжы уҡытыусылары һәм студенттары, V курста уҡыған Антон менән Роман Бутаревтарға ярҙам итеү маҡсатында, 59500 һум аҡса йыйған. Улар ҡатмарлы операциянан һуң Израилдә дауаланыу курсы үтергә тейеш.
— Ҡала хакимиәте һәм Советы ҡарары нигеҙендә ойошторолған марафон салауаттарҙың иғтибарын ярҙамға, һөйөүгә мохтаж булған балаларға йүнәлтеүҙең бер ысулы булып тора. Төрлө сәбәптән улар Әсәләр көнөндә ғәзиздәрен ҡотлай алмай, күптәргә кисекмәҫтән ҡиммәтле операция яһатырға, дауаланырға кәрәк. Тиҙ арала ярҙамға мохтаждар исемлегендә 218 кеше иҫәпләнә. Уларға барлығы 10 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре 95 000 һум аҡса йыйҙы. Изге эштә ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәт, — тине ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов.
Депутаттар исеменән Радик Миңләхмәтов акцияны артабан дауам итергә, банктағы иҫәпте асыҡ ҡалдырырға тәҡдим итте. Хәйриә марафонында "Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары ла әүҙем ҡатнашты.
— Яңыраҡ ҡалабыҙҙа йәшәүсе ауыр хәлдәге кешеләрҙең исемлеген алдыҡ. Араларында сабыйҙар ҙа бар. Һәммәһенә лә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә бурыслыбыҙ, — тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина.
Ҡала хакимиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе Ирина Назарованың әйтеүенсә, Пенсия фонды, Һалым инспекцияһы, прокуратура, хәрби комиссариат, "Хладокомбинат", "Йәмәғәт туҡланыуы" предприятиеларынан, "Урал" ҡунаҡханаһынан — 73 мең һум, спорт ойошмаларынан 21 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған. Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәйриә фондына 100 мең һум күсергән.
Пенсионерҙар, студенттар, уҡыусылар ҙа акцияла дәррәү ҡатнашты. Хәрби пенсионер Александр Кононенко ауырыу балаларға тип 1 мең һум тапшырҙы. "Салауат", "Выбор" гәзиттәре редакциялары, "Салауат" телекомпанияһы 5-әр мең һум күсерҙе һәм гәзиткә яҙҙырҙы. Бәйләм әйберҙәре, бүләктәр килтереүселәр ҙә булды. Акцияла барлығы 727 мең 146 һум аҡса йыйылды. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр һәм балалар өсөн ҙур терәк был.