Арабыҙҙа бар ул азаматтар22.01.2013
Өфө ҡалаһы тирәһендәге райондарҙа һәм ауылдарҙа эшҡыуарҙарҙың йәки халыҡтың үҙ көсө менән мәсет һалыуын, шишмәләрҙе таҙартыуын, кәртәләүен һәм башҡа шундай изге ғәмәл ҡылыуын ишетеп һәм күреп һоҡлана торғайныҡ.

Ниһайәт, 2006 йылда Ҡырҙас ауылында ла ошондай шатлыҡ кисерелде: Ҡотдос Мәһәҙей улы Ғәзизов мәсет төҙөттө, туғандары ярҙамында уны кәрәк-яраҡ менән дә йыһазландырҙы. Районда айырым кеше көсө менән асылған тәүге мәсет булды ул. Артабан Ҡаҙмаш ауылында — Данил Әһелов, Ишкилделә Хөрмәт Хәсәнов һәм уның туғандары Хәлит, Рәхилә тарафынан һалынды иман йорттары.
Ул ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән Ҡотдос Мәһәҙей улын мәсет һалыуға нимә этәргән һуң?
Уға туғыҙ йәш булғанда, атаһы юл фажиғәһендә вафат була. Ғаиләлә өлкән малай булараҡ, барлыҡ ауыр эш уның елкәһенә төшә. Мәктәпте тамамлағас, Таштимер ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе училищела тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын "Йәнгел" совхозының Ҡырҙас бүлексәһендә механизатор булып башлай. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Магнитогорск ҡалаһында комбинатта, Әбйәлил районында юл төҙөлөшөндә эшләй. Себерҙә лә үҙен һынап ҡарай. 1985 йылда ситтән тороп юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлай.
1998 — 2004 йылдарҙа Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт идаралығы етәксеһе урынбаҫары булғанда ла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Унан һуң "Красная Башкирия" совхозының кирбес заводын сафҡа индерә. 2006 — 2011 йылдарҙа — "Уралнефтепродукт" йәмғиәте директоры, әле — "Энерготехсервис" йәмғиәте директоры.
Ҡырҙас һәм Хәлил ауылдары биләмәһе буйынса район Советы депутаты булараҡ, ауыл клубтары, мәктәп алдында асфальт юл һалдырыу, уларға булышлыҡ итеү, Буҙыҡай ауылының зыяратын кәртәләү кеүек сараларҙа һәр саҡ ярҙам күрһәтә.
Сибай ҡалаһы юл буйында урынлашҡан, әллә нисә йыл транспорт яғыулығына мохтажлыҡ кисергән халыҡ Әбделмәмбәт ауылы эргәһендә заправкалау станцияһы асылыуға ҡыуанып бөтә алмай.
Ҡотдос Мәһәҙей улы ҡатыны Нәзилә Зиннәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙы Эльвира ла тырыш, юғары белемле белгес. Айгиз яңы ғына тормош ҡорҙо, ул әсәһенең төп ярҙамсыһы, ә Гөлназ Х класта уҡый, хыялы — олатаһы Ишмырҙа Һиҙиәтов кеүек табип булыу.
Балаларын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында Ғәзизовтар 2007 йылда үҙ эшен аса. Асҡарҙа "Ирәндек" ашханаһы төҙөй. Ике яҡтан да туғандарының ярҙамы ҙур. Әле тағы магазин өсөн бина күтәреп, арендаға бирҙеләр.
Ғөмүмән, Ҡотдостың ғаиләһе бөтә яҡтан да өлгөлө. Ҙур, матур йорт һалып сыҡтылар. Уларҙан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Дини байрамдарҙы үткәреүҙәре, ишектәренең һәр кем өсөн асыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
"Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын" тигәндәре раҫ. Нәзилә Зиннәт ҡыҙы алсаҡлығы, башҡаларға иғтибарлылығы менән айырылып тора. Аш-һыуға оҫта, өйҙәренән йылылыҡ һирпелгән кеүек, ҡасан барһаң да, өҫтәл тулы һый-хөрмәт. Быларҙың барыһы ла Нәзилә Зиннәт ҡыҙының тырышлығынан.
Әсәйем мәрхүмә: "Эш һәм бәйге аттары була. Бәйге аттарын тәрбиәләйҙәр, йылы һарайҙа тоталар, ә эш атының иртә таңдан ҡара кискә тиклем ни ҡәҙәр йөк тартыуына бер кем иғтибар итмәй. Ҡайһы бер ябай хеҙмәт кешеләре лә шул эш аты кеүек", — ти торғайны.
Бына тағы ла Хәлил һайлау округы буйынса район Советына депутат итеп Ҡотдос Мәһәҙей улын һайланылар. Был — уның хеҙмәтенә оло баһа ла, ҙур ышаныс та.


Вернуться назад