Күкте үҙ иткән Герой22.01.2013
Күкте үҙ иткән ГеройБеҙҙең район — бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған ере. Улар йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендәге уңыштары менән ҙур танылыу яулай.
Данлы яҡташыбыҙ Иван Иванович Пстыго иһә авиация маршалы тигән юғары хәрби исемгә эйә.

Ул 1918 йылда Инйәр ауыл Советының Сухополь ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала сағы еңелдән булмай. Иван башта крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый. Һуңыраҡ Өфөгә килеп, 3-сө урта мәктәпте тамамлай. Тормошон хәрби авиация менән бәйләү тураһындағы уй үҫмер егеттең башына ла инеп сыҡмай ул ваҡытта. Уҡытыусы һөнәрен һайлай.
"Үҫмер саҡта күккә осоу тураһында хыялланғанымды хәтерләмәйем. Утыҙынсы йылдарҙа наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш алып барылды. Мине уҡытыусы итеп ҡуйҙылар, уҡыусыларым араһында йәш буйынса үҙемдән олораҡтар бар ине. Ләкин оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Ул осорҙа йәштәр Чкаловтың, Громов, Беляков, Буйдуков, герой-челюскинсыларҙың батырлығы менән йәшәй ине. "Комсомолдың "Йәштәр — самолеттарға!" тигән ораны яңғыраны. Бөтәһе лә шунан башланды", — тип хәтерләй Иван Иванович.
Артабан егет Энгельс авиация училищеһына уҡырға инә. Һуғыш башланғанда йәш лейтенант Пстыго Днестр йылғаһы буйындағы аэродромда звено командиры була. Йәмғеһе 164-тән ашыу хәрби осош яһай, дошман ғәскәрен һәм техникаһын ҡыйрата. Эскадрилья командирынан алып штурмлаусы авиация дивизияһының һауа-уҡсылар хеҙмәте, авиация корпусы начальнигы, штурмлаусы авиация полкы командирына тиклем хәрби юл үтә. Бик күп наградалар менән бүләкләнә. Улар араһында һигеҙ Ҡыҙыл Байраҡ ордены бар. Бынан тыш ике Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бик күп миҙалдар, сит ил ордендары биҙәй данлы летчиктың күкрәген.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара тынғыһыҙ яҡташыбыҙ. Башта Генераль штаб академияһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң дивизия, корпус, һауа армияһы етәксеһе була. Германияла хеҙмәт итә, СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә эшләй. 1978 йылдың апрелендә маршал Пстыгоға Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыштан һуң ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлегенә тос өлөш индергәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Иван Пстыго маршал погонын таҡҡас та осоштарын туҡтатмай. 42 йыл дауамында зәңгәр күкте айҡай. Ошо дәүер эсендә ул 52 самолет төрөн үҙләштерә, летчиктарҙың "Авиацияға хеҙмәт итеү — ул иң элек осоуҙан туҡтамау!" тигән төп ҡанунын хәтеренән сығармай.
Ваҡыты тығыҙ булһа ла, Иван Иванович бер ҡасан да тыуған яғын онотмай. Туғандары, яҡындары янына даими ҡайта, район тормошо менән ҡыҙыҡһына, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Данлы яҡташыбыҙ 2009 йылдың 23 февралендә вафат була. Ул Мәскәүҙә ерләнгән.


Вернуться назад