Көтөү урыны тигәс тә...19.01.2013
Көтөү урыны тигәс тә..."Өфө" тимер юл станцияһының яңыртылған вокзалы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына тулыһынса әҙер булырға тейеш ине, әммә 2006 йылда башланған эш һаман да аҙағынаса еткерелмәгән. Уның менән бер осорҙа ҡалҡа башлаған "Конгресс-холл", "Өфө-Арена" күптән инде баш ҡаланың күркенә әүерелде, "Аҡбуҙат" ипподромы менән "Өфө" халыҡ-ара аэропорты ла ваҡытында реконструкцияланды. Әммә көнөнә меңәрләгән ҡунаҡты ҡабул итеүсе һәм оҙатыусы вокзал тураһында һаман һоҡланыу менән һөйләп булмай.

Әлбиттә, тимер юлы вокзалында байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәреш булды: йөҙө бер аҙ яңырҙы, хеҙмәтләндереү элеккеһенән байтаҡҡа яҡшырҙы. 2008 йылда эскалаторҙар, траволатор, мәғлүмәт таблоһы, электрон мәғлүмәт системалары, үҙәк бинала яңы билет кассалары сафҡа инде. Эргә-тирәһендә лә төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Ғөмүмән, пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған, кеше хәҙер вокзалға автомобилдәр мыжғып торған юл аша түгел, ә ер өҫтө үткәүеленән йөрөй. Яңыртылған бина, ниһайәт, XXI быуат талаптарына яуап биргән кеүек. Төҙөлгәндән һуң күп тә тормай һыу үткәрә башлаған көмбәҙҙе яңыраҡ йүнәттеләр, бүтәнсә был турала тауыш-тын ишетелмәне. Дөйөм алғанда, бөгөнгә ҡәҙәр баш ҡалалағы тимер юл вокзалын яңыртыуға өс миллиард һум тирәһе аҡса һалынған икән. Әммә эштәр бының менән генә сикләнергә тейеш булмаған.
Ни өсөн тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килә һуң? Бының сәбәптәрен хәҙер бер кем дә аныҡ ҡына атай алмаҫ. Төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан үҙ мәлендә байтаҡ аҡса бүленгән. Бөтөн бәлә "Рәсәй тимер юлдары" компанияһының Куйбышев бүлексәһе тарафынан аҡсаның үҙ мәлендә күсерелмәүенә килеп тоташа ла инде. Уның етәксеһе Сергей Соложенкин ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашҡан саҡта реконструкция эштәренең 2015 йылға ҡәҙәр тулыһынса тамамланасағына ышандырҙы. Иҫәпләүҙәргә ярашлы, башҡарыласаҡ эштәрҙең сығымы ике миллиард һум тәшкил итеүе ихтимал. Был аҡсаға ҡунаҡхана комплекстары, ҡала яны поездары өсөн вокзал, күп ҡатлы туҡталҡа барлыҡҡа килер тип көтөлә. Шулай уҡ йөк поездары баш ҡаланы көньяҡтан урап үтә башларға тейеш.
Ни тиһәң дә, Өфө – ябай ҡаласыҡ түгел, ә ҡеүәтле республиканың баш ҡалаһы. Ә был вокзал – Куйбышев тимер юлындағы иң ҙур транспорт үҙәктәренең береһе. Көн һайын ул алыҫ араға йөрөгән 40-тан ашыу һәм ҡала яны бәйләнешендәге 50-гә яҡын поезды хеҙмәтләндерә. 2015 йылда Өфөлә халыҡ-ара саммиттар үтеүе, һис шикһеҙ, республикаға иғтибарҙы көсәйтәсәк, тимәк, транспорт инфраструктураһын яңыртыу әле көн талабы тиергә мөмкин.

Әйткәндәй...
"Осоусы" трамвайҙар барлыҡҡа киләсәк

Дүшәмбенән ҡала яны поездарын файҙаланыусыларға кеҫәһенән күберәк аҡса сығарырға тура киләсәк. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Хәҙер электричкаларҙағы хаҡ баш ҡала автобустарындағынан әллә ни айырылмай тиерлек. Куйбышев тимер юлында тарифтар ун саҡрымлыҡ зоналар буйынса билдәләнгән. Беренсе зонанан өсөнсөһөнә тиклем билет 14 һум булһа (2 һумға ҡиммәтерәк), дүртенсеһенән туғыҙынсыһынаса – 12 һум (1 һумға артҡан), ә 10-сыһынан 19-сыһына ҡәҙәр тариф элеккесә 10 һум кимәлендә ҡалған. Йәғни Өфөнән Шакшаға тиклем хаҡ 42 һум булһа, баш ҡаланан Шишмә ҡасабаһына юлланыусыға 60 һум сарыф итергә тура киләсәк.
Яңы йылдан Өфөнөң ҡала транспортында ла билет хаҡы артыуы күҙәтелде. Хәҙер трамвай һәм троллейбус пассажирҙары элекке 9 һум урынына 12-не түләргә мәжбүр.
Тағы ла бер яңылыҡ: Өфөлә "осоусы" трамвайҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Улар баш ҡала урамдарындағы автомобиль тығынын хәл итергә тейеш. Юғары тиҙлектә хәрәкәт итәсәк был пассажир транспортының рельстары ерҙән һәм урамдарҙың ҡатмарлы урындарында юл өҫтөндәге махсус эстакадалар буйынса ла үтәсәк. Комсомол, Блюхер һәм Рәсәй урамдары уларҙың төп маршруты булараҡ күҙ уңында тотола.


Вернуться назад