Халҡыбыҙ шул тиклем һәләтле, оҫта: йыр-бейеүгә булһынмы, башҡа эшкә тотонһонмо — ҡулынан килмәгәне юҡ! Ауылдарҙағы хан һарайылай зауыҡ менән һалынған өйҙәр, семәрҙәре менән күҙҙең яуын алып, үҙҙәренә саҡырып торған ағас, тимер ҡапҡалар, йорттарҙағы йөҙлөктәр, кәрнистәр ошо хаҡта асыҡ һөйләй.
Хужалары менән танышһаң, тағы аптырашта ҡалаһың: ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуҙарына ҡарамаҫтан, балта оҫталарын, техника “ене” ҡағылғандарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Хужабикәләр араһында иһә, боронғо халыҡ шөғөлдәрен киләһе быуындарға ҡалдырып, балаҫ һуғыусылар, кейеҙ баҫыусылар етерлек, нағышлап таҫтамал, ашъяулыҡ сигеүселәр ҙә күп, үҙҙәренә генә хас биҙәкле шәл бәйләүселәр ҙә бихисап.
Беҙҙең бер генә “насар” яҡ бар: үҙ эшебеҙҙе күрһәтә белмәйбеҙ, заманса әйткәндә, бөгөнгө баҙарға алып сығырға баҙнат итмәйбеҙ. Ошоно иҫәпкә алып, үҙ төбәгендә дан ҡаҙанған оҫталарҙы һәм оҫтабикәләрҙе республика кимәлендә танытыу, йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын улар өлгөһөндә тәрбиәләү, халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ошо шөғөлдән табыш алыу серҙәрен өйрәтеү, йәғни йүнселлекте үҫтереү маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә конкурс ойошторорға ҡарар итте.
Ауылығыҙҙағы, ҡалағыҙҙағы һөнәрмәндәр тураһында хаттар — мәҡәләләр — көтәбеҙ һеҙҙән, дуҫтар! Алтын ҡуллы кешеләрҙең һәм хеҙмәт өлгөләренең фотоһүрәттәре булыуы мотлаҡ.
Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк:
1. Ағастан һырлап, семәрләп эшләүселәр.
2. Техник яҡтан үҙенсәлекле йыһаз-ҡорамал яһаусылар.
3. Ҡул эштәре менән танылған оҫталар һәм оҫтабикәләр.
Бәйгегә йыл аҙағында йомғаҡ яһала. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Ойоштороу комитеты.