Хирургия “Оскар”ына лайыҡ булдылар19.01.2013
Хирургия “Оскар”ына лайыҡ булдыларРеспубликаның кардиология диспансеры хирургтары һигеҙ көнлөк баланың йөрәгенә операцияны уңышлы яһаған өсөн “Алтын скальпель” менән бүләкләнде. Ауыр сир менән яфаланған сабыйға тыуғандан һуң бер аҙна үткәс тә ошондай ярҙам талап ителгән булған.
— Операция бик ҡатмарлы ине, — ти премия алған Артур Шәрәфетдинов. — Ләкин бындай аҙымға бармай, пациенттарҙы ҡотҡарырға тырышмай булмай.
Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты Вил Тимербулатов әйтеүенсә, операцияла микрохирургия һәм кардиохирургия ысулдары ҡулланылған. Республика кардиодиспансеры белгестәренең юғары баһаға лайыҡ булыуы осраҡлы түгел.
“Алтын скальпель” премияһы Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылғайны. Әлеге бүләкләү тантанаһы — иҫәп буйынса 17-се сара.


Вернуться назад