Кеше ғүмере уйын эш түгел19.01.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаларында теркәлгән ике осраҡты ентекле тикшереү бурысын йөкмәтте.

Мәғлүм булыуынса, былтыр августа ҡаланың 1-се дауаханаһына юл-транспорт һәләкәтендә йәрәхәтләнгән, эсенә ҡан һауған ирҙе килтергәндәр. Операцияны ваҡытында эшләмәү сәбәпле, пациент вафат булған. Октябрҙә иһә Стәрлетамаҡтың 3-сө бала табыу йорто табиптары ни сәбәптәндер 40-41 аҙналыҡ йөклө 25 йәшлек ҡатынды ҡабул итеүҙән баш тартҡан. Ул икенсе көндө барыбер ошонда килгән, әммә үле бала тапҡан.
Тикшереү осоронда Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе һәм 1-се дауахананың баш табибы вазифаһынан ситләтеләсәк.


Вернуться назад