Йылмайып-көлөп кенә19.01.2013
Сатлама һыуыҡ. Берәү урамда күптәнге танышын осрата.
– Бәй, һине туңып үлгәндер тип уйлағайным бит әле, – ти ул.
– Кем әйтә уны? Бына алдыңда баҫып торам да баһа, – тип ғәжәпләнә танышы.
– Һине шул тиклем күккә күтәреп маҡтағандарын ишеткәйнем...

– Сәсрәп киткере ҡыш! Машина ишектәренең йоҙағы туңа, бер нисек тә аса алмайым.
– Ә һин ҡайнар һыуҙы эшкә ҡуш.
– Һәтәүһең дә инде. Автомобиль бурҙарының ҡала буйлап сәйнүк күтәреп йөрөгәнен күргәнең бармы?

Урам буйында туңып ятҡан берәҙәкте крематорийға индереп быраҡтыралар. Бер сәғәттән хеҙмәткәр мейесте асып ҡарай.
– Әй, ишетәһеңме, тиҙ генә ишекте яп, юғиһә, ел үтәнән-үтә өрә. Әле саҡ йылына башланым, – тигән тауыш ишетелә унан.

Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайға балалар күпләп хат яуҙыра.
"Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Киләһе йылдан башлап түрәләрҙең балалар пособиеһына йәшәүен теләйем" тигәне иң яҡшыһы тип билдәләнгән, имеш.

Ир эсте – бөтәһен дә онотто, ҡатын эсте – барыһын да иҫләне.

Көн дә диңгеҙ буйына килеп һәм Америка яғына ҡарап, чукча:
– Фәҡирҙәр, фәҡирҙәр! – тип тамаҡ ярып ҡысҡыра икән.
Иптәштәрен уның был сәйер ҡыланышы аптырауға һалған. Ни тиһәң дә, тегеләр хөрт йәшәмәй ҙә инде.
– Алясканы һатып алдылар, ә Чукоткаға аҡсалары етмәне, – тип яуаплаған был.

– Ҡыш бабай Санта Клаустан ни яғы менән айырыла?
– Тегеләрҙеке һәр саҡ айныҡ һәм яңғыҙ, ә беҙҙеке гел иҫерек һәм һылыу ҡыҙ менән.


Вернуться назад