Йәйәүле буран19.01.2013
Н. Ғәлимов һүҙҙәре.
Ф. Мортазин көйө.

Яҙҙар-йәйҙәр үтеп киткәс,
Һиҙмәнем көҙ еткәнен,
Йүләр йәшлек, егет саҡтың
Ғүмерҙәрҙең үткәнен.

Йәйәүле буран йүгерә, йүгерә,
Елдәрҙе ҡыуа, ҡыуа.
Ғүмеркәйҙәр шулай уҙа,
Йылдарҙы йыя-йыя.

Шыҡһыҙ ҡараңғы көҙҙәрҙең
Һиҙмәнем шул килгәнен.
Тыңламаным әсәйемдең
"Бик ашыҡма", – тигәнен.

Йәйәүле буран йүгерә, йүгерә,
Елдәрҙе уҙа, уҙа.
Барам һәр саҡ йүгереп,
Донъяны ҡыуа-ҡыуа.

Етә(а)лмағас, туҡтап ҡалдым,
Елдәр киттеләр инде.
Үпкәләүҙән уҙған йәштәр
Күптән киптеләр инде.

Йәйәүле буран йүгерә, йүгерә,
Елдәрҙе елә, ҡыуа.
Ғүмеркәйҙәр бик тиҙ уҙа,
Донъяны ҡыуа-ҡыуа.

Әле үпкәләр кешем юҡ,
Үҙемә үпкәләйҙәр.
Хәлең бөтһә, йүгерергә
Эткеләп-төрткөләйҙәр.

Йәйәүле буран йүгерә, йүгерә,
Елдәрҙе ҡыуа, ҡыуа.
Ғүмеркәйҙәр гөрләп уҙыр,
Йәшәүҙән һуң кем туя?


Вернуться назад