Һынамыштар19.01.2013
Ғинуарҙа ямғырлап алһа, июлдә һалҡын булыр.
Ай кәртәләнһә – айылың, көн кәртәләнһә, көрәгең тот.
Өкө өкөлдәһә, һалҡынға;
Ҡарға ҡарҙа ҡойонһа, көн боҙолоуын көт.
Ҡаҙ һыңар аяғын ҡанаты аҫтына тыҡһа — һыуытыр.
Ай башында аяҙ икән, көндәр ай буйы шулай торасаҡ.
Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа, томан төшһә – йылыға.
Ҡояш байығанда артынан болот ағылһа, ҡеүәтле ел сығыр.
Ай кәртәләнһә, айлыҡ аҙығыңды әҙерлә.
Йондоҙҙар ҡуйы күренһә, аяҙытасаҡ.


Вернуться назад