Яҙмыш һуҡмаҡтары әҙәм балаһын ҡайһы тарафтарға ғына илтмәй ҙә, кемдәр менән генә осраштырмай... Сәриә Ғәниева ла йәшәү осоронда төрлө михнәттәргә дусар була. Юғалтыуҙарҙы ла кисерергә тура килә уға.
Үҙәккә, елеккә үткәне – өс йәштә ҡәҙерле кешеһен, 32 йәшлек атаһын, юғалтыуы булғандыр, моғайын. Сабый ҡара ҡайғылы көндәрҙе хәтерләмәй, әлбиттә. Әсәһе Тәғзимә апай балаларын эйәртеп, тыуған ауылы Яңы Турайға ҡайтып төшә. Сәриә тәүҙә ошо ауылда, һуңынан Яңы Шахтала белем ала. Балалар этләнеп, күрше ауыл мәктәбенә йөрөмәһен тип, ғаилә Спартакка күсенергә мәжбүр була. Ҡыҙ бындағы урта мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡый һәм, Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлағас, химия, биология уҡытыусыһы сифатында Йәрмәкәйгә ҡайта. Күҙҙәренән осҡон сәселеп торған, мөләйем йөҙлө Сәриә коллективҡа тиҙ арала инеп китә. Уҡыусылары менән тәүге осрашыуҙар, беренсе асыҡ дәрестәр әле лә уның хәтерендә һаҡлана.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Сәриәнең ғүмер юлы буласаҡ тормош иптәше, Яңы Шах егете Фәнил Ҡасимов менән киҫешә. Мөхәббәттең татлы емештәре — улдары Фәрит менән Фәнүр — донъяға ауаз һала. Тик уларға бормалы тормош һуҡмаҡтарынан парлашып ни бары алты йыл атларға тура килә. Үкенес, Фәнил фажиғәле һәләк була. Балаларҙың өлкәненә – биш, кесеһенә өс – кенә йәш.
Әлбиттә, миһырбанлы туғандарының ҡәҙерлеләрен ситтә ҡалдырғыһы килмәй һәм, уларҙы Спартак ауылына алып ҡайтып, үҙҙәренең эргәһенә һыйындыра. Сәриә урындағы мәктәптә химия, биология, география фәндәренән уҡыта. Педагогик коллектив уны үҙ итә. Мәктәптә дәрестәр, төрлө күркәм саралар үткәреп, биш йыл ваҡыт уҙып китә. Ә тормош һуҡмаҡтары үҙ йүнәлештәрен үҙгәртеп кенә тора.
Шулай бер мәл талапсан, ғәҙел, миһырбанлы мәктәп директоры Шәүкәт Иҡсанов Сәриәне үҙенең дуҫы Марат менән таныштыра. Уның да яҙмышы бик ҡатмарлы — тормош иптәше Рәсимә яман шеш ауырыуынан 43 йәшендә генә яҡты донъянан китеп барған.
Марат Яңы Йәрмәкәйҙә дүрт бала менән ғүмер итә. Үҙе ауылдан алыҫ түгел нефтселәр предприятиеһында механик булып эшләй. Ә бит күмәк ир баланың өҫ-башын ҡарарға, керен йыуырға, ашарға бешерергә лә кәрәк.
Миһырбанлы, шәфҡәтле кеше булараҡ, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған Сәриә ғүмер юлынан Марат менән бергә атларға ризалыҡ бирә. Күңел киң һәм изге булғас, алты ир бала ла бер йортҡа һыя. Бәләкәй генә ауылда бер ғаиләнән дүрт-биш бала мәктәпкә йөрөһә, әле бик сәйер тойолор ине, әлбиттә. Ә бит ул саҡтарҙа шулай булған. Сәриәнең тырыш уҡытыусы, яҡшы тәрбиәсе булыуы ла ауыл өсөн оло әһәмиәткә эйә. Ә инде Мараттың – дүрт, үҙенең ике балаһы өсөн гүзәл, мәрхәмәтле әсә булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы, һоҡланғыс.
Ҡатмарлы яҙмыш һынауҙары аша үтһә лә, Сәриә төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгел. Зарланырға ла яратмай ул. Хәсрәтле минуттарында ла уның йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡапламай: йылмайырға көс, һәр балаһы, тормош иптәше, хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба.
Улай ғына ла түгел, Мараттың балалары Азамат, Азат, Илһам (мәрхүм инде), Фидан беренсе көндән үк әсәй тип өҙөлөп тора. Үҙенең балалары Фәрит менән Фәнүр тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Ауыл ере булғас, эш күп инде, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел: мал-тыуарын да, ҡош-ҡортон да ҡарарға, ерҙә лә бил бөгөргә, ир менән балаларға ла иғтибар кәрәк. Ә уҡытыусы кешенең эше өйгә лә ҡайта бит әле. План төҙөү, дәфтәр тикшереү һәм башҡалар – уның ғәҙәти шөғөлө.
Сәриә Ринат ҡыҙының ҡайһы бер уҡыусылары, мәҫәлән, Динара Ирназарова, Римма Әхмәҙуллина уҡытыусы һөнәрен һайланы. Ә бына Азамат Ғабдрахманов, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, аспирантурала уҡый. Уларҙан һирәк булһа ла яҡшы хәбәр килһә, хаҡлы ялдағы уҡытыусының күңеле тулып китә, кәйефе күтәрелә.
Ғүмер буйы уҡытыусы йөгөн тартҡан Сәриә Ғәниеваның хеҙмәте Рәсәй кимәлендәге маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Хеҙмәт ветераны күптәр өсөн өлгө.