Ә элек гел еҫле үлән ине...19.01.2013
Ә элек гел еҫле үлән ине...Йыш булмаһа ла, тыуған төйәгемә ҡайтҡан һайын урамыбыҙ ҡаршыһындағы Әбүбәкер тауына күтәреләм, уға һыйынып ҡына ултырған ауылыма һоҡланам. Бынан уның бөтөн урамдары, йәшелсә һәм бәрәңге баҡсалары ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренә. Төҫлө уйынсыҡ кубикты хәтерләткән ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр түбәле өйҙәр янында, һыу буйҙарында – эреле-ваҡлы ҡыуаҡтар, ағастар… Иҫ киткес күренеш! Сәстәремдән һыйпаған йылы, рәхәт ел менән бергә ауылдаштарыма хас ҡунаҡсыллыҡ, изгелек, ижтиһадлыҡ урғылып күңелемә тулғандай…
Әллә һөйләп тә бөтөрә алмаҫлыҡ нескә хис-тойғолар күкрәгемә һыймағанға, әллә инде тау башында торғанға бер башҡа үҫеп киткәндәй булам, ауылым күренешен тағы ла матурлау өсөн, буғай, һауала “эленеп торған” зәңгәр болоттарға ҡарайым. Улар ҙа, ауылым хозурлығына таң ҡалып, ҡуҙғалырға ҡыймайынса, гел ошонда ғына торорға туҡтап ҡалған кеүек… “Донъя матур, донъя киң” тип тәү башлап йырлаған кеше, моғайын, ошондай халәттә булғандыр ул…
…Был юлы ла ауылыма һоҡланырға, урамдарыма, мәктәбемә сәләм бирергә тип ашҡынып, бала саҡта дуҫтарым менән тәгәрәп үҫкән, йәшлегемдә ҡыҙҙар-егеттәр менән гармун тартып йырлашып ултырған, берәү менән усыбыҙға күктән йондоҙҙар сүпләгән тау башына ашыҡтым. Тиҙҙән башына уҡ менеп етермен, уйҙарымды елдәр иркенә ҡуйырмын… Тик… нимә инде был?! Атлап булмай – беҙ үҫкәндә йәшел сиҙәм, хуш еҫле үлән ҡаплаған тау итәген шайтан таяғы баҫҡан. Тотош! Баҫыр урын юҡ! Атлаған һайын аяҡты әле бер, әле икенсе еренән сәнсеп ала. Әл-лә-лә, бигерәк ауырттыра, ғәләмәт уҫал нәмәкәй икән дә! Үҙҙәре тағы сәскә атҡан булған бит әле, әрнеүҙән һытылған йөҙөмә әсе йылмайып бағалар төҫлө.
…Эйе, үҫемлектәр донъяһында ла хуш еҫле, шифалы үләндәр менән бергә ана шундай үҙең ҡағылмаһаң да зәһәрлеге менән әрнетә торғандары бар. Хас та изге, яҡты, матур күңелле кешеләр араһында мәкерле, ҡара эсле, уҫал ниәтлеләре лә йәшәгән кеүек.
Һуң шул шайтан таяҡтары элек тә булды, тик ул ҡәҙәр әрһеҙ түгел, күҙгә инеп бармай, һыу буйында аулағыраҡ урындарҙа үҫә ине.
…Ә мин барыбер тауға менеп еттем.


Вернуться назад