Бәхетле ҡош балаһы19.01.2013
Бәхетле ҡош балаһыИнде ярайһы уҡ һәйбәт осорға өйрәнгән, ҡыҙыҡһыныусан турғай балаһы асыҡ ишектән өй алдына осоп инде. Иҙәндә сысҡан тотоу өсөн әҙерләнгән ҡатырға киҫәгенә буялған елемде аҙыҡ тип уйланымы, шунда төшөп ҡуныуы булды – йәбеште бит. Ысҡынырға тырышып ҡуҙғалғайны, уң ҡанаты менән яртылаш уҡ батты. Ҡыҙғаныс тауыш менән сырҡылдағанға өйҙән дәрес ҡарап ултырған Руслан йүгереп сыҡты һәм әсәһен ярҙамға саҡырҙы.
– Әсәй, әсәй, елемгә сысҡан урынына ҡош балаһы эләккән бит, ни эшләр инде ул хәҙер? – тине ул, иларға етешеп.
Әсә менән ул осмаҡсы булып ҡатырғала талпынған ҡошсоҡто өйгә алып инде, елемде йылы һыуҙа әкрен генә ебетә-ебетә, уны “ҡапҡан”дан ысҡындырҙы. Тик, елемдән арынып та бөтмәгәс, ҡанаты һәленеп төшкән ҡош балаһы бик хәлһеҙ, еүеш, бисара бер хәлдә ине. Шул көндән башлап Русландың һәм әсәһенең хәстәре бермә-бер артты: улар көн дә турғай балаһын ашатты, әсәһе – эшкә, улы мәктәпкә киткәндә тейә күрмәһен тип, бесәйҙәрен тышҡа сығарып ҡалдырҙы. Әкренләп ҡош балаһының ҡанаты төҙәлде, ул залдағы гөлдәргә ҡуна, бер бүлмәнән икенсеһенә осоп йөрөй, күңелле генә сырҡылдай башланы – тамам шәбәйҙе.
Нисек терелтербеҙ инде, тип ҡайғырышҡан ул менән әсәнең шатлығы эсенә һыйманы: улар бит бәләкәй йән эйәһен үлемдән ҡотҡарҙы! Ике аҙналап өйҙә йәшәп, уларға өйрәнеп бөткән ҡошсоҡ иреккә сығарып ебәргәс тә, рәхмәт әйтергә теләгәндәй, бер нисә тапҡыр тәҙрәгә осоп килде.
…Ҡош балаһы әсирлеккә эләккән көндә бала табыу йортонда тәүге сабыйын донъяға килтергән бер йәш әсә, миңә кәрәге юҡ тип, уны ҡалдырып сыҡты. Бар ағзалары ла теүәл, һау-сәләмәт бала яҙмыш ҡосағына ташланғанын да, күңел ҡанаттарының һынғанын да белмәйенсә, илай-илай имсәк эҙләп, ирендәрен сапылдатты…


Вернуться назад