Тормош сифаты — һандарҙа18.01.2013
Тормош сифаты — һандарҙа“Бәхет хаттары” башҡаса килмәйәсәк

2012 — Пенсия фондының граждандарға мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында үткән осор өсөн шәхси лицевой иҫәптең торошо хаҡында хәбәр итеүсе “бәхет хаттары”н таратҡан һуңғы йыл булды. Тимәк, Йылан йылында өйөгөҙҙәге бер ғаилә ағзаһына ла “бәхет хаттары” башҡаса килмәйәсәк. Әммә граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша бөтә мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге бар.

Ә 2013 йыл дәүләт менән берлектә пенсияны финанслау программаһына инеү өсөн һуңғы йыл буласаҡ. Дәүләт ярҙамына иҫәп тотһағыҙ, ошо йылдың 1 октябренә тиклем тәүге иғәнәне индерергә кәрәк.

Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл хеҙмәт пенсияларын ике тапҡыр арттырыу ҡарала. Үткән йылғы инфляция кимәле буйынса хеҙмәт пенсияһын арттырыу 1 февралдән башлана, уның яҡынса 6,5-7 процентҡа күтәрелеүе көтөлә. 1 апрелдән ул тағы ла 3 процентҡа артасаҡ.

Социаль пенсияларҙы һәм дәүләт пенсия тәьмин итеүе буйынса пенсияларҙы 1 апрелдән 5,1 процентҡа индексациялау планлаштырыла. Шулай уҡ айлыҡ Тормош сифаты — һандарҙааҡсалата түләүҙәр ҙә 1 апрелдән 5,5 процентҡа индексацияланасаҡ. Мәҫәлән, социаль пенсия 6 мең 170 һум тәшкил итәсәк. Әсәлек капиталы, 1 ғинуарҙан 5,5 процентҡа индексацияланғандан һуң, 408 мең 960,5 һумға етте.
Эш биреүселәрҙең күбеһенә борсолорға урын юҡ. Быйыл мотлаҡ пенсия страховкаһына иғәнәләрҙең нигеҙ тарифы — 22, мотлаҡ медицина страховкаһына 5,1 процент кимәлендә һаҡланасаҡ. Ә бына шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙен эш менән тәьмин итеүсе халыҡ иңенә һиҙелерлек көс төшәсәк. Мотлаҡ пенсия страховкаһына түләүҙәр суммаһы элеккесә хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләменән тү-гел, ә ике МРОТ-тан сығып иҫәпләнәсәк. Шулай итеп, эшҡыуарға йылына 32 мең 479 һум түләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә мотлаҡ медицина страховкаһына 3 мең 185 һум аҡса күсерелеүе шарт.

Тормош сифаты — һандарҙаЙәштәргә лә ҡағыла

1966 йылда тыуғандарҙан йәшерәк граждандар өсөн дә яңылыҡ бар. Быйыл улар теләктәре буйынса пенсияның тупланма өлөшөнә күсерелгән страховка иғәнәләренең тарифын 2 процентҡа ҡәҙәр кәметә ала.
Был осраҡта пенсияның уртаҡ өлөшөнә страховка тарифы 16-нан 20 процентҡа ҡәҙәр арта. 2014 йылдан пенсияның тупланма өлөшө ошо ике процент нигеҙендә формалашасаҡ.
Йәштәрҙең иҫенә төшөрәбеҙ: һеҙ бөгөндән имен ҡартлығығыҙҙы хәстәрләйһегеҙ. Эш хаҡын “конверттарҙа”, “һоро” схемалар менән алыу һеҙҙең файҙаға түгел. Хеҙмәт пенсиялары киләсәктә башҡаса иҫәпләнәсәк — нигеҙ итеп 35 йыл стаж алынды.


Вернуться назад