Аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙың үҫеше буйынса былтыр кем “рекорд” яуланы тиһегеҙме? Ышанмаҫһығыҙ ҙа әле — кәбеҫтәгә еткәне юҡ! Бер йыл эсендә уның хаҡы, 77,7 процентҡа артып, һатып алыусыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә һис ҡалышманы, уның хаҡы 46,7 процентҡа күтәрелде. Бойҙай ононоң ҡиммәтләнеүен дә тойҙоҡ (27,8 процентҡа). Уға эйәрә икмәк һәм икмәк-булка изделиелары хаҡы ла 17,1 процентҡа “ҡабарҙы”.
Башҡортостанстаттың күҙәтеүенә ҡарағанда, Аждаһа йылында ҡош-ҡорт ите, макарон изделиелары, шәкәр ҡомо, емеш-еләк, колбаса, һыйыр ите, йомортҡа, көнбағыш майы, һөт һәм һөт ризыҡтарына ла хаҡтар артҡан.
Ә бына балыҡ ризыҡтары менән аҡ май хаҡы һис тә “йүгәнһеҙләнмәгән”. Туңған балыҡтың, башлы һуғандың арзанайыуын да тойҙо уңған хужабикәләр.
Белгестәрҙең билдәләүенсә, ысынлап та, Аждаһа йылында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар элгәрге йылдарға ҡарағанда бер аҙ “шаша” төшкән. Уның ҡарауы, көнкүреш тауарҙары һәм хеҙмәттәр әллә ни һиҙелерлек үҙгәреш кисермәне.
Акциз һалымы һалынған тауарҙар менән хәл башҡаса. Йыл дауамында араҡы — 17,6, тәмәке — 21,5, дизель яғыулығы — 12, автомобиль бензины 6,1 процентҡа ҡиммәтләнде.
Халыҡты айырыуса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙең артыуы (8,1 процентҡа) борсой.