Тимер юл вокзалы, ниһайәт, төҙөлөп бөтөрмө?18.01.2013
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин, уның урынбаҫарҙары Сергей Блохин һәм Дмитрий Новиков менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау, Өфөнө көньяҡтан урап үтеү участкаһында икенсе тимер юл һалыу мәсьәләләре, шулай уҡ “Ҡала электричкаһы” проектының киләсәге тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов, республика менән Куйбышев тимер юлы араһында мөнәсәбәттәр һәр саҡ яҡшы булды, Башҡортостан йөк ташыу күләме буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге өсәүһе иҫәбенә инә, тип билдәләне.
— Куйбышев тимер юлының элекке етәкселеге менән йөкмәткеле эш итеү программаһын төҙөгәйнек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул Өфө ҡалаһын көньяҡтан урап үтеү юлында икенсе селтәр төҙөүҙе күҙаллай ине. “Дим—Шакша” арауығында ҙур тиҙлектәге электр поезы хәрәкәтен ойоштороу ниәте бар. Ҡала өсөн был — әһәмиәтле социаль проект. Беҙгә ҡала эсендә тиҙлеге юғары булған транспорт кәрәк. Станциялар, платформалар, туҡталыштар төҙөкләндереләсәк.
Республика башлығы баш ҡалабыҙҙағы вокзал төҙөлөшөнөң оҙаҡҡа һуҙылыуын билдәләне.
Сергей Соложенкин республика менән компания араһындағы килешеүгә ярашлы башҡарылған эш тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Куйбышев тимер юлы йөк һәм пассажирҙар ташыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй.
Башҡортостан Президенты “Башнефть” һәм “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеларының ҙур инвестиция пландарына эйә булыуын, уларҙа етештереү күләменең артыуын билдәләне. Вокзал төҙөлөшөнә килгәндә, Сергей Соложенкин бюджетта ошо йүнәлешкә аҡса бүлеүҙең ҡаралыуы хаҡында хәбәр итте. Әле проект дәүләт экспертизаһы үтә. 2014–2015 йылдарҙа был эш тамамланырға тейеш. Пассажир платформалары ла яңыртыласаҡ.