Йырламай булмай, булмай...18.01.2013
Юлдар, юлдар, ауыр булһа булһын,
Тик һуңғыһы ғына булмаһын.
Кемдәр шулай моңлана? Ҡайҙан килә күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртерлек был тиклем илерткес моң? Аптыраным, тамам аптыраным: әллә ҡасандан бирле бер үк йырҙы һуҙалар ҙа һуҙалар, һуҙалар ҙа һуҙалар. Көндәр, айҙар, йылдар буйы шул уҡ хәл ҡабатлана. Әллә башҡаны белмәйҙәрме? Берәй фестиваль-фәләнгә әҙерләнәләрме? Сәбәбен асыҡлайым, өлгөрәйем тип, ҡыҙыҡһыныуымдан филармонияға барҙым, унан барлыҡ мәҙәниәт һарайҙарын айҡап сыҡтым. Юҡ! Ундағылар үҙҙәре лә гелән генә ошо йырҙы ишетеп, аптырашып йөрөй.
– Өлгөрбай ағай, кем-кем, һиңә билдәле булмаған нәмәне беҙ ҡайҙан беләйек, – тинеләр.
Ә йыр көсәйгәндән-көсәйҙе:
Юлдар, юлдар, ауыр булһа булһын,
Тик һуңғыһы ғына булмаһын.
Йөрөй торғас, барыбер осона сыҡтым бит, әй! Был ҡәҙәр ҙә оҫта итеп “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йырлай икән! Ғәжәп!
– Берәй конкурсҡа әҙерләнәһегеҙме әллә? – тип һорауыма, миңә сәйер генә ҡарап, иңбаштарын һелкеттеләр.
– Юҡсы.
Талантлылар, ғәҙәттә, баҫалҡы була, һәләттәре хаҡында теләһә кемгә һөйләп бармай, тигәндәре хаҡ икән. Һәр ваҡыт бер йырҙы йырлауҙарының сәбәбен күпме генә белергә тырышһам да, ауыҙҙарына һыу уртлағандар тиерһең, ләм-мим.
…Бөтөн тормошобоҙ юлға бәйле. Ҡайҙалыр сәфәр сығырға булһаҡ, иң тәүҙә юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Нисегерәк? Төҙөкмө? Республикала автомобиль юлының оҙонлоғо 25 мең 653 километр тәшкил итә. Шуның 779 километры – федераль, 11 меңгә яҡыны – урындағы, 14 мең самаһы – төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге. Ана шул “тормош артерияһы”н ремонтлау, тәртиптә тотоу “Башкиравтодор” йәмғиәтенең иңенә һалынған. Һалыныуын-һалынған да ул, әммә уларҙы һис тә үҙ бурысына намыҫлы ҡарай тип әйтеп булмай.
Бөгөн республика юлдарының 59 проценты туҙған. Был йәһәттән айырыуса Стәрлетамаҡ районы “алда” бара – бында юлдарҙың 97 проценты иҫкергән. Краснокамала – 86, Балаҡатайҙа – 82, Бәләбәйҙә 81 проценты әҙәм ҡарағыһыҙ хәлгә килгән.
Һүҙ юҡ: ойошма табышлы эшләй. Һуңғы ике йылда уларҙың саф килеме 145 миллиондан 227 миллион һумға еткән.
Юлдарыбыҙ матур, имен булһын өсөн Хөкүмәтебеҙ ҙә аҡса йәлләмәй: йылдан-йыл сығымды күберәк бүлә. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда ғына юл хужалығын финанслау күләме 9 миллиардҡа еткән. Әммә сәфәр йөрөгәндә был аҡсаларҙың тейешле урынға йүнәлмәүен аңлауы ҡыйын түгел.
Юлдарҙы төҙөү йәки төҙөкләндереүгә билдәләнгән ваҡыттың саманан тыш һуҙылыуы, бының өсөн йәнә артыҡ сығым талап ителеүе лә уларҙы борсомай. Мәҫәлән, 2007 – 2009 йылдарҙа юл хужалығы ҡарамағындағы дүрт объектты тапшырыу графигын үтәй алмау арҡаһында йәнә 60 миллион һумдан ашыу аҡсаны сығарырға тура килә. Бер уйлаһаң, быға ниңә баш ватырға?!
“Дортранстрой” йәмғиәте 2010 йылда Ҡариҙел һәм Нуриман районында ике юл участкаһын эшләүгә килешеү төҙөһә лә, бурысын үтәргә ашыҡмай. Әлбиттә, бының өсөн улар матди яуаплылыҡ тоторға тейеш. Йә, шунан, “Башкиравтодор” йәмғиәте уларҙы язаға тарттырған тиһегеҙме? Көтөп тор! Тағы ла килешеү төҙөп, эш графигы кисектерелә. Иҫке Балтас – Асҡын араһындағы юлды ремонтлау ҙа ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмай.
Республиканың Юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә уларҙың моңло йырына әҫәрләнеп, үҙҙәренең бурысын онотҡан. Ҡайҙа, ниндәй юлдарҙы ремонтлау кәрәклеге уларҙың ике ятып бер төшөнә инмәй. Хатта нисә завод, техника һәм эшсе барлығы хаҡында белмәйҙәр.
Аҡсаны теләгәнсә туҙҙыралар бында, берәүҙәргә эш хаҡын нисек теләйҙәр, шулай арттырып яҙалар. Һөҙөмтәлә 4 миллион һумдан артыҡ сығым иҫәпләнгән.
Юлдарҙы ремонтлаған хәлдә лә, уның сифаты тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Өфө – Ырымбур юлындағы 24 километр оҙонлоҡтағы аралыҡты һалғанда бихисап етешһеҙлектәр ебәрелә. Һөҙөмтәлә юл ҡатламын ҡабаттан ҡутаралар — йәнә 5 миллион һум самаһы аҡса елгә оса. Йәмғиәттең балансындағы юл техникаһының 63, автотранспорттың 74 проценты иҫкергән. Әммә былар ғына аҙ булып күренгән, ахырыһы: 2011– 2012 йылда йәмғиәт иҫәптән төшөрөлгән 62 миллион һумлыҡ техника һатып ала. Шулай итеп, “Башкиравтодор” йәмғиәте келәтендә бер нимәгә эшкинмәгән 46 миллион һумлыҡ техника йыйылып киткән!
Хәҙер инде Өлгөрбай ағайығыҙ ғына түгел, һеҙ ҙә, моғайын, “Башкиравтодор” йәмғиәте етәкселәренең гел генә бер үк йырҙы һуҙыу әтнәкәһен аңлағанһығыҙҙыр. Рәхәтләнеп, аҡсаға мас булышып, донъяның артына тибеп йәшәүҙең касафаты был.
Юлдарҙың емерек, соҡор-саҡырлы булыуы ике ятып бер төштәренә инһәсе. Миллионлаған һумдар тейешле урынға түгел, ә тегеләй-былай тәгәрәй… Ә инде ҡалын кеҫәле әҙәмдәрҙең моңланып, зарланып ултырғанын ҡасан күргәнегеҙ бар? Берәүҙәр йырлай-йырлай фатир өҫтөнә фатир ала, икенселәр зиннәтле машиналарҙы бирсәткә урынына алмаштыра, өсөнсөләр сит илдәрҙе күрше ауыл һымаҡ та күрмәй. Тормош саманан тыш матур, күңел көр булғас, йырламаҫ ереңдән йырларһың.