Ете тарафтан ете хәбәр18.01.2013
Батырлыҡ — мәңгелек

Корея Халыҡ Демократик Республикаһының көньяғында, Чхонджин ҡалаһының Комальсам түбәһендәге хәрби мемориалда Башҡортостандан ике һалдат ерләнеүе асыҡланды.
Уларҙың береһе — Заҡуан Абдуллин. Ул Тымыҡ океан флотындағы диңгеҙ пехотаһының 355-се айырым батальоны взводы командиры, 1938 йылда Саҡмағош район хәрби комиссариатынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1945 йылдың 15 авгусында “Сейсин” операцияһы ваҡытында һәләк була. Икенсеһе — ошо уҡ батальондың уҡсы-минометсыһы, Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылынан Фәйзуллат Рафиҡов. Ул 224-се бейеклекте алғанда һәләк була. Әлеге ваҡытта районда яугирҙәрҙең туғандарын эҙләйҙәр.
“Башинформ”.


Нурын сәсте “Ҡояшлы”

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 210 урынға иҫәпләнгән, “Ҡояшлы” тип аталған яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде.
Мөдир Дилбәр Алкинаның әйтеүенсә, биҫтә халҡы баҡсаның асылыуын күптән көткән. Физкультура-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләйәсәк балалар учреждениеһында психолог, өҫтәмә белем биреү кабинеттары, “тоҙ шахтаһы”, компьютер класы бар.
“Ашҡаҙар”.


Етемдәр ҡыуанысы

Нуриман районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Туғыҙ етем бала фатирҙы Павловка ауылындағы яңы төҙөлгән социаль йорттан алһа, өс фатир икенсел торлаҡ баҙарында һатып алынды.
Былтыр республика һәм федераль бюджеттан ошо маҡсатҡа туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, йәмғеһе ун ике фатир һатып алынды.
“Красный ключ”.


Абитуриенттар әҙерлекле килһен

Өфө дәүләт нефть техник университеты, Илеш районының Рсай ауылы мәктәбендә яңы компьютер класы асып, ҙур бүләк яһаны.
Балалар, уҡытыусылар яңы компьютер класына шат. Хәҙер ауыл мәктәбендә белем биреү кимәле күтәреләсәк, сөнки уҡытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү программалары ҡулланыласаҡ.
“Маяҡ”.


Һалҡын спортсыларҙы ҡурҡытмай

Борай районында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса республика беренселегенең тәүге этабы үтте.
Тәүҙә тик һәүәҫкәр спортсылар өсөн ойошторолған бәйге һуңғы йылдарҙа күләмле сараға әйләнде. Олоһо ла, кесеһе лә унда теләп ҡатнаша.
Ярышҡа күрше-тирәләге райондарҙан ике тиҫтәнән ашыу спортсы килде.
“Алға”.


Кубок — шәхси эшҡыуарҙарҙа

Архангел ауыл биләмәһе кубогы өсөн старт алған волейбол ярышы тамамланды.
Унда район ойошмаларынан барыһы утыҙ команда ҡатнашты. Улар ике төркөмгә бүленде һәм иң көслөләр билдәләнде.
Абсолют чемпион исеменә эшҡыуарҙар командаһы лайыҡ булды.
“Инйәр”.


“Бөркөттәр” бейек оса

Баш ҡаланың “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Раштыуа алдынан” халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы.
Ижади коллектив “Шатлыҡ” һәм “Бөркөттәр иле” тип аталған бейеүҙәр тәҡдим иткән. Ансамблдең художество етәксеһе Альбина Нуриминова “Фестивалдең иң яҡшы балетмейстеры” дипломына лайыҡ булған. Конкурста 20 ҡаланан өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.


Вернуться назад