Аллаһ йортонда ҡунаҡта18.01.2013
Аллаһ йортонда ҡунаҡтаХажиә яҙмалары
"Ожмахта ағас ултырт"

Беҙ, хаж сәфәренә йыйынған мосафирҙар, изге Мәккәи Мөкәррәмәгә Рәсәй Хаж фонды ойошторған тур аша барырға йыйынһаҡ та, был яңы ойошма тураһында әллә ни мәғлүмәтле түгел инек. Хажға барыу Үҙәк мосолмандар диниә назараты тарафынан ойошторолғас, уның ышаныслы икәнен белеп, ғаризаларыбыҙҙы Рәсәй Хаж фондының идара башлығы Рөстәм хәҙрәт Ғатауллинға илтеп бирҙек.
Тәүләп Фонд эшмәкәрлеге хаҡында Мина үҙәненә килгәс ишеттем. Хажға бер нисә йыл рәттән килгән апайҙар Мина үҙәнендәге, палаткаларҙағы йыһазды, кондиционерҙар эшләүен күреп, иҫе-аҡылы китте:
– Элек ҡаҡ таш өҫтөнә ятып йоҡлай торғайныҡ, быйыл бында хан һарайы һымаҡ таһа!
– Бөтә ергә йәм-йәшел балаҫтар түшәлгән. Теләгән бер кешегә сәй, ҡәһүә тәҡдим итәләр. Сәйҙең ниндәй генә төрө юҡ, йәнеңә теләгәнен һайла.
– Арыраҡ Америка мосолмандары йәшәй. Уларҙың да көнкүреш шарттары беҙҙеке һымаҡ.
Йылы һүҙ барыбыҙҙың да кәйефен күтәрҙе. Сәй эсеп алдыҡ, уңарсы өйлә етте. 35-40 градуслы эҫелә тирләп-бешеп йөрөгән юлсыларҙың ғөсөлләнеп алғыһы килде. Тәһәрәтхана арыраҡ икән. Унда беҙ әлегә тиклем дөйөм урындарҙа булмаған уңайлы шарттарҙы, таҙалыҡты күрҙек. Ғәрәп халҡы бөхтәлекте ярата, тәһәрәтханаларға ҙур иғтибар бирелеүе күренә.
Бер көндө миңә Минала Хаж фонды эштәрен ойоштороусы хәҙрәттәрҙең береһе Руслан Хәлилов менән һөйләшергә тура килде.
– Беҙҙең генераль директорыбыҙ Илдар Нечаев Мәскәүҙә йәшәй. Өфөләге идара башлыҡтары — Рөстәм хәҙрәт Ғатауллин һәм Рәфҡәт хәҙрәт Вилданов, – тине ул.
– Ойошма ниндәй маҡсат менән барлыҡҡа килде?
– Ер йөҙөндәге барлыҡ илдәрҙең халҡы Аллаһтың барлығын, берлеген таный. Ислам, буддизм, христиан диндәре лә Аллаһтың Ғаләмдәр хужаһы булыуын раҫлай. Рәсәйҙең башҡа илдәр араһында дәһри тигән даны таралған. Аллаһы Тәғәләне танымау Рәсәйҙе күп илдәргә ҡаршы ҡуя, ғәрәп илдәре Ислам динен ҡыҫырыҡлауҙы өнәмәй. Рәсәйҙә лә диндар, мосолман өммәтле халыҡтар йәшәүен раҫлау маҡсатында барлыҡҡа килде ойошмабыҙ. Диндар булһаҡ та, хатта беҙҙең ойоштороу эштәренә лә насар мөнәсәбәттең зыяны тейеп ҡуя. Әммә беҙ Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән ауырлыҡтарға бирешергә йыйынмайбыҙ. Бынан бер нисә йыл элек дәртле, тырыш, булдыҡлы, рухлы йәш хәҙрәттәр йыйылышып, Рәсәй Хаж фондын төҙөү тураһында кәңәшләштек, уны «Хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды» тип атаныҡ. Хәҙер ойошма өсөнсө йыл уңышлы эшләп килә.
Минең яҙыусы икәнде белгәс, Руслан хәҙрәт асылып уҡ киттте:
– Илебеҙҙән килгән хаж ҡылыусылар уңайлы шарттарҙа йәшәһен, ҡыуанып, сәфәренән ҡәнәғәт йөрөп ҡайтһын өсөн күпме көс һалыныуын үҙебеҙ генә беләбеҙ. Бер нисә йөҙ мосафирға бушлай сәй эсереү, ашатыу, палаткаларҙағы, ҡунаҡханаларҙағы уңайлыҡтар өсөн дә меңәр доллар аҡса талап ителә. Һәр нәмәгә түләргә кәрәк. Беҙ, кәңәшләшеп, «Ожмахта ағас ултырт» тигән хәйриә акцияһы булдырҙыҡ. Мосафирға хаж ҡылырға ярҙам итеүҙең ожмахта ағас ултыртыуға бәрәбәр икәнен аңлаған хәлле мосолмандар ярҙам итте. Ошо бер ай уңышлы үтһен өсөн йыл буйы ни генә эшләмәнек, уңайлыҡтарҙың барыһы беҙҙең ойошма тырышлығы менән булдырылды.
– Автобустарға ла һеҙ түләйһегеҙме?
– Эйе. Мәккәгә күскәс, беҙ яллаған автобустар һеҙҙе көнөнә дүрт тапҡыр әл-Хәрәм мәсетенә намаҙға алып барып кире алып ҡайтасаҡ. Ауырып китеүселәр була ҡалһа тип, биш табип килтерҙек. Уларға ла беҙ түләйбеҙ.
– Бына нисек икән. Ашаған белмәй, тураған белә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул.
Ошо көндән алып Хаж фонды эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына башланым. Иорданияла барыбыҙға ихрам күлдәге (ир-атҡа аҡ ихрам, беҙгә «Хаж фонды» тип яҙылған һоро күлдәктәр) һәм уңайлы ғына аяҡ кейемдәре таратып бирҙеләр. Тәжрибәле сәфәрселәрҙең: «Ҡарағыҙ уны, аяҡ кейемегеҙ уңайлы булһын. Аяғығыҙҙы ауырттырһағыҙ, йөрөй алмай зарығып ятырһығыҙ», – тигәне гел иҫтә ине. Тишекле аяҡ кейемен (босоножка) кейеп ҡарағайным, ул шул тиклем уңайлы булып сыҡты, хажым буйы аяғымдан һалманым. Башҡаларға ла оҡшағандыр, арабыҙҙа аяғы ҡабарып, боҙолоп, атлай алмаусылар булманы.
Бер көндө беҙгә «Ҡөрьән», «Толкование последних трех частей Корана» тигән китаптар килтереп тараттылар. Юлға сығыр алдынан Өфөлә лә «Хаж фонды» тип яҙылған сумка эсенә дүрт өлөштән торған «Памятка паломника», «Ғөмрә», «Хаж», «Мольбы и поминания Аллаха для поломника» тигән брошюралар һалып биргәйнеләр. Уңайлы, йәтеш кенә яҙмалар бик ентекле уйлап төҙөлгән, хаж буйы уны ҡулдан төшөрмәнек. Тимәк, быларҙың барыһы ла Фонд хәҙрәттәренең эше булған. Ә беҙ рәхмәт тә әйтә белмәйбеҙ, шулай тейеш икән, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Үҙҙәре лә беҙгә изге эштәре тураһында аңлатып әйтмәне, мосолман әҙәбенә ярашлы: «Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға ташла, Халиҡ (Аллаһ) белер, Халиҡ белмәһә, балыҡ белер», – тигән принцип менән эш итәләрҙер, күрәһең.
Минанан ҡунаҡханаға килгәс, беҙгә көн дә аш, тауыҡ ите менән былау килтереп торҙолар. Икмәк тә мул булды. Бер көндө күп итеп, бишәр-алтышар кило булғандыр, хөрмә килтереп тараттылар. Көн аша тәм-том һалынған пакеттар биреп торҙолар. Барыһын да Мәккәнең хәйриә ойошмалары аша Хаж фонды хеҙмәткәрҙәре ойошторған булып сыҡты.
Беҙҙе оҙатып йөрөгән, ғәрәп телен үҙ телендәй яҡшы белгән, Ислам дине тарихын, мәҙәниәтен ентекле өйрәнгән хәҙрәттәребеҙгә күңелебеҙ булды. Етәкселәребеҙ Вәсил, Шәмсетдин, Тулҡын, Таһир хәҙрәттәр юғары аралашыу мәҙәниәтенә эйә булыуҙары, ғәрәп телендә яҡшы һөйләшеүҙәре арҡаһында төрлө ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоу юлын еңел генә таба алды. Сикте үткәндә лә ауыр хәлдә ҡалманыҡ.
Умму Рәхимә исемле табип ҡатын-ҡыҙ араһында бик яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Баҡһаң, ул Руслан хәҙрәттең хәләл ефете икән. Ауырыуҙарға иғтибарлы, итәғәтле, һөйкөмлө, ябай, шул уҡ ваҡытта юғары интеллектлы ханым менән һөйләшкәндә аҙ генә ваҡыт эсендә лә зиһенеңде байытырлыҡ әллә күпме мәғлүмәт алырға була. Беҙ хатта дуҫлашып киттек, артабан аралашыр өсөн адрестарыбыҙҙы алыштыҡ. Беҙ дин, уҡыу, уҡытыу эштәре тураһында әңгәмәләштек. Ул миңә хикәйә булырҙай бер нисә ҡыҙыҡлы сюжет та һөйләп өлгөрҙө.
Шулай итеп, өс йыл ғына эшләгән Рәсәй Хаж фонды ғәйәт ҙур изге ғәмәлдәр башҡарыуға өлгәшкән. Ниәттәре дөрөҫ, ҡуйылған маҡсаттары изге булыуҙандыр, моғайын.

Мосафир әҙәбе

Хаж ҡылырға килеүселәр, сәфәребеҙ уңышлы үтеп китһә лә, моғайын, үҙен камил иманлы, мосолман әҙәбенә ярашлы әҙәп-тәүфиҡлы йөрөнөк тип әйтә алмаҫ. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә ашыҡмайбыҙ, этешеп-төртөшәбеҙ, үпкәләшеп барабыҙ. Кем көслө, шул автобусҡа алдан инеп ултыра. Ярай әле, беҙҙе оҙатып йөрөгән хәҙрәттәребеҙ тыныс холоҡло, итәғәтле булды, яйын табып, эш-хәлде көйләп торҙо. Быйылғы сәфәр, Аллаһ хәҙрәттәребеҙҙән риза булһын, уларҙың сабырлығына ла һынау булғандыр.
Арала оло йәштәгеләр күп ине. Уларҙы ҡарап алып йөрөү етәкселәребеҙгә ауырға төшкәндер, тим. Ғөмүмән, хажға йә йәшерәк, организм көслө саҡта барырға кәрәк, йә, хәстәрлек күреп, оҙатып йөрөүсең булһын. Мәҫәлән, Флүрә апайҙы улы Рамул Шәрипов, Вәсимә апайҙы улы Ринат Әхмәтов тәрбиәләп алып йөрөнө. Егеттәр хуплауға һәм ихтирамға лайыҡ. Аллаһ уларҙан риза булғандыр.
– Улдарығыҙға хаж сауабы икеләтә яҙылыр. Шул тиклем мәрхәмәтле, иманлы балалар булыр икән, – тинек беҙ, әсәләрен ҡәҙер иткән уландарға һоҡланып.
Хаж ғәмәлдәрен урыны-еренә еткереп башҡарыу өсөн иман ныҡлығы һәм сәләмәт булыу мөһим икән.
Ике кәмә ҡойроғон тоторға маташыусылар булды. Ундайҙарҙың төп маҡсаты – сауҙа, һатыу өсөн тауар алыу, икенсел урында ғына – хаж ҡылыу. Улар ҡылыҡтарын, Мөхәммәт пәйғәмбәр сауҙаны хуплаған, тип аҡларға тырышты. Әммә беҙгә таратып бирелгән «Памятка паломника» тигән яҙмала, хаж ғәмәлендә сауҙаны хәстәрләгеҙ, тигән һүҙ юҡ. Ҡазан профессоры Садрислам хажи Миңнулла яҙған «Хаж» китабында махсус «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хажы» тигән бүлек бар. Унда Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һижри буйынса 10 йылда, йәғни бынан 1423 йыл элек, хаж ҡылыуы ентекләп яҙылған. Шунан бирле барса мосолман донъяһы өсөн уның хаж ҡылыуы ҡанун булып тора. Әммә унда ла пәйғәмбәрҙең сауҙа өсөн килеүе әйтелмәгән. Тимәк, беҙ ҙә хажға алып-һатыу маҡсаты менән килергә тейеш түгелбеҙ. Күреп йөрөнөк, алыпһатарҙарҙы Ислам диненең тарихы ла, Вәсил хәҙрәттең файҙалы вәғәздәре лә, Мәккә ҡалаһының, әл-Хәрәм мәсетенең тарихы ла, музейҙар ҙа ҡыҙыҡһындырманы. Аҡсаларын тотоноп бөттөләр ҙә ҡайтыу тураһында һөйләй башланылар. Улар менән йәнәш йөрөү ҡыйын булды.
Рәсәй Хаж фонды тарафынан сығарылған брошюраларҙың тәүге битенә «Хаж ҡылыу әҙәбе» тигән бүлек индерергә тәҡдим итәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барыбыҙ ҡәнәғәт ҡалған, юғары кимәлдә үткән хажыбыҙ тураһында илгә ғәйбәт таратылды. Йәнәһе, аслыҡтан шешенеп бөткәнбеҙ, ҡайта алмай ятабыҙ, имеш. Киң мәғлүмәт саралары тикшерелмәгән, иҫбатланмаған хәбәрҙе шулай бар донъяға тарата алалыр тигәнгә бер ваҡытта ла ышанмаҫ инем, әгәр әлеге хәл булмаһа. Барлыҡ хажиҙарҙың кәйефен ҡырған үтә лә йәмһеҙ күренешкә Аллаһтан ҡурҡмаған, үтә лә иманһыҙ кеше генә һәләтлелер. Урынһыҙ хәбәр таратыу Сәғүд Ғәрәбстаны менән Рәсәй иле араһына һалҡынлыҡ индерер тип тә уйламаны оятһыҙ бәндәләр.
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ ябай ерҙә түгел, Аллаһ йортонда ҡунаҡта булдыҡ. Һәр көндөң, һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, әл-Хәрәм мәсетендә намаҙ уҡып, зекер әйтеп, зәм-зәм эсеп, изге һыу менән йыуынып, илебеҙгә, халҡыбыҙға, туғандарыбыҙға яҡшылыҡ теләнек. Раббым теләктәребеҙҙе ҡабул итһен! Аллаһ беҙҙе изге Мәккәлә оҙағыраҡ тотҡаны өсөн ҡыуанып бөтә алманыҡ.
Көнөнә ике тапҡыр бушлай йылы аш бирҙеләр, икмәкте күпме теләйһең, шул саҡлы алаһың. Күпме теләйһең, шул саҡлы бушлай хөрмә килтерҙеләр. Изге зәм-зәм һыуының бер ҡалағы шифа бирә, ти. Ә беҙ унан сәйҙәр ҡайнаттыҡ. Ниһайәт, беҙ бит Мәккәгә тамаҡ туйҙырыр өсөн түгел, ә хаж ғәмәлдәрен үтәп, Аллаһтың ризалығын алыр, рухыбыҙҙы байытыр өсөн килгәнбеҙ. Мосафирҙар борон хажға йәйәүләп барған. Бөгөн дә күпселек ғәрәп халҡы хаж ҡылырға йәйәүләп йөрөй. Мосафир курортник түгел, ул сәфәрҙең ҡатмарлы булырын алдан күҙаллай. Шуның өсөн юлға хатта бәхилләшеп сыға. Ә беҙ хәҙрәттәребеҙҙең булдыҡлылығы арҡаһында, арабыҙҙа Аллаһтың хәбибтәре, хәлилдәре булыу бәрәкәтендә хан һыйында йөрөп ҡайттыҡ, әлхәмдүлилләһи шөкөр.
Үҙебеҙҙең аралағы ҡайһы бер сабырһыҙ, иманы камил булмаған бәндәләрҙе телгә алғандан һуң тәғәм ризыҡһыҙ, тамсы һыуһыҙ тау-таш араһында имсәк балаһы менән яңғыҙы ҡалған, зарланыу белмәгән, күндәмдәрҙән-күндәм, сабырҙарҙан-сабыр Һәжәр әсә күҙ алдыма килә. Аллаһ ихтыярын өнһөҙ-тынһыҙ үтәргә йыйынған Ибраһим пәйғәмбәр, атаһы әйткәнгә бер һүҙһеҙ буйһонған Исмәғил уғлан иҫкә төшә. Аҙаҡ аталы-уллы пәйғәмбәрҙәрҙең Аллаһ бойорған мөҡәддәс үә мөхтәрәм урынға Ҡәғбә төҙөүҙәре, аҙаҡ бында әл-Хәрәм мәсете үҫеп сығыуы хаҡында уйлайым. Аллаһҡа инаныуҙан, хаҡ юлдан барыуҙан, сабырлыҡ, иман камиллылығынан донъяла ниндәй мөғжизә барлыҡҡа килгән: бөтә донъяға нур сәскән динле, бай, гүзәл ҡала үҫеп сыҡҡан.
Изге урындарға, Мөхәммәт пәйғәмбәр ерләнгән ергә зыярат ҡылырға юлдарымды асҡаны өсөн Аллаһы Тәғәләмә мең дә мең рәхмәтлемен. Шулай уҡ Рәсәй Хаж фонды ойошмаһын төҙөгән, сәфәребеҙҙе еңеләйтеүгә барлыҡ көсөн һалған тырыш, булдыҡлы хәҙрәттәребеҙгә рәхмәт! Беҙҙе хаж ҡылдырып, илебеҙгә имен-аман алып ҡайтып еткергәндәре өсөн һеҙгә хаж сауаптарын насип итһен.
(Аҙағы. Башы 3-сө, 6-сы, 8–9-сы һандарҙа).


Вернуться назад