Өлкәндәрҙең балалыҡҡа ҡайтыуы18.01.2013
Уҙған ялда Өфөнөң Якутов паркындағы Һалдат күле боҙонда бығаса булмаған мажаралы ярыштар уҙҙы. Сатлама һыуыҡта байтаҡ халыҡ йыйылған күл өҫтөндә егелгән эттәр уҙышты. Ҡыҙыҡ ине былай: беҙ ҙә бәләкәй саҡта Аҡтырнаҡтарҙы һәм Ҡашҡарҙарҙы санаға егеп йөрөй торғайныҡ. Ә бында оло кешеләр — үтә лә етди ағайҙар һәм апайҙар — ҙур, яҡшы тоҡомло эттәрҙе егеп алып, секундомер буйынса тиҙлеккә ярыша!..
Беҙҙең яҡта еккегә өйрәтелгән эттәр ғүмерҙә булмаған. Төньяҡта ғына улар әле лә бар, махсус эттәр бик бәләкәйҙән өйрәтелеп, ҡышын транспорт сараһы ролен үтәй. Уларҙың тормошо Джек Лондон әҫәрҙәрендә бик ентекле тасуирланған. Хәйер, хәҙер уларҙы моторлы ҡарйөрөгөстәр алыштырҙы – арзаныраҡҡа төшә, ҡеүәтлерәк тә. Ә беҙҙәге эт үрсетеүселәр, әллә үҙҙәренең бала саҡтарын иҫләп, әллә иш янына тағы ла бер ҡыҙыҡлы ҡуш булһын өсөн, шуға оҡшаш ярыштар ойошторорға булып киткән. Дөрөҫ, ысын мәғәнәһендә екке эттәре үрсетмәйҙәр беҙҙә, улар ролен эрерәк кәүҙәле тоҡомло маъмайҙар башҡара: себер лайкаһы, маламут, хаски, немец овчаркаһы, хатта бурҙай менән лабрадор ҙа күренеп ҡалды. Улар тауҙан шыуа торған ғәҙәттәге пластик кәритәгә берәрләп егелә һәм тартырға еңел булһын өсөн уның эсенә бәләкәй бала ултыртыла. Икешәр эт егелгән ылау ҙа бар ине. Әйтеүемсә, беҙ санаға эттәребеҙҙе үҙебеҙ егеп сабыулай торғайныҡ, ә бында ололар егеп бирә, хатта янында команда биреп, өйрәтеп тә йөрөй...
Был уйындарҙың иҫкелекте ҡайтарыу өлгөһө икәнен шул да күрһәтте: ярыштар ахырында тамашасы һөйөүен яулаған эттәр билдәләнде, ә бының өсөн мөмкин тиклем күберәк бала-сағаны ултыртып йөрөтөп килергә кәрәк ине. Шулай итеп, ҡайһы эттең шәплеген уларҙа ҡар туҙҙырып елеп үткән балалар үҙҙәре билдәләне.