Алһыуҙың батырлығы онотолмай18.01.2013
Алһыуҙың батырлығы онотолмайБылтыр йәй Йөҙимән ауылында була был хәл. Алһыу сирәмлектә ҡаҙ бәпкәләре көтә. Көн шундай матур, йылы. Һары йомғаҡ кеүек бәпкәләр бипелдәшә-бипелдәшә үлән ашай, ҡайһылары ҡыҙыҡайға сип-сип килеп “хәбәр һөйләй”. Ошо күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәткән Алһыу күрше малайы Азаттың кескәй биҙрәләр менән ҡойоға килгәнен күрә.

– Әсәйем миңә биҙрә алды, – ти шатлығынан ни эшләргә белмәгән малай.
– Ҡайһылай матур! – тип уның күңелен күтәрә Алһыу.
Шул саҡ көтөлмәгән хәл була. Азаттың кинәт кенә ҡойоға йығылып төшкәнен шәйләп ҡала Алһыу. Ҡыҙыҡай баҙап ҡалмай, йүгереп барып, малайҙы тартып сығара.
Алһыуҙың батырлығына ҡыуанып бөтә алмай Азаттың ата-әсәһе. Ә бит шул мәлдә ул булмаһа… Ҡойоноң тәрәнлеге – ике метрҙан ашыу. Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс!..
Алһыу Рәхмәтуллина әле алтынсы класта уҡый, гел “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, табип булырға уйлай. Батыр ҡыҙыҡайҙың ниәте изге – кешеләрҙе дауалау.


Вернуться назад