Именлеккә доға ҡылайыҡ18.01.2013
Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө — Ислам донъяһында ҙур тантана. Был мәлдә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләм донъяға килгән.
Быйыл Мәүлит байрамы 23 ғинуарға тура килә. Унда фәҡир һәм етемдәргә ярҙам итеү, өйөбөҙҙә Ҡөрьән мәжлестәре үткәреү, Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеү сауаплы ғәмәл булыр.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәләнең Хаҡ илсеһе, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләмде ихлас күңелдән һөйөү, Уға итәғәт итеү — һәммәбеҙҙең изге бурысылыр. Донъя үә Ахирәт бәхетебеҙгә сәбәпсе булған Рәсүлуллаһыбыҙҙы ни тиклем ҡәҙер итһәк, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм фатихаһына шул саҡлы өлгәшәсәкбеҙ.
Иншалла, Аллаһ Рәсүленең аманатын үтәп, халҡыбыҙға хаҡ Ислам динен түкмәй-сәсмәй килтереп еткергән сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер һәм Зөбәйер улы Ғабдрахманды үҙ ҡуйынына алған ниғмәтле ерҙә йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ ҡөҙрәте менән һәр ғасырҙа ил-йортобоҙҙоң именлеген теләп доғала торған өлөшлө бәндәләребеҙ булды. Уларҙың рухы шатланһын! Бөйөк Раббыбыҙ ҡәҙерләгән Рәсүлуллаһыбыҙҙы хөрмәтләп, Аллаһы Тәғәләнең һөйөүенә, Пәйғәмбәребеҙҙең оло фатихаһына лайыҡ булайыҡ тигән маҡсатта 26 ғинуарҙа сәғәт 11-ҙә Миәкә районында Нарыҫтауҙағы Сәхәбәләр мәсете эргәһендә Мәүлит байрамы үткәрелә.
Башҡортостаныбыҙҙың иң изге, иң нурлы урынында бергә йыйылып, Ватандың именлеге өсөн доғалар ҡылып, йөрәктәребеҙҙе яҡтыртайыҡ! Тыуған төйәгебеҙҙе Ҡөрьән сүрәләре менән нурландырайыҡ! Илебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡеүәтләндерәйек! Иманыбыҙҙы яңыртайыҡ! Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла файҙалы ғилем, хәйерле кәсептәр, бәхет-бәрәкәт, тәүфиҡ, иман байлығы насип итһен! Амин.