Тыуған ерем, туған телем, моңом!18.01.2013
Тыуған ерем, туған телем, моңом!1. Йәнең менән уртаһында бул һин
Тарих тигән бөйөк хаҡлыҡтың:
Үткән генә түгел, уның төпкөлөнән
Килер көнө ҡарай (…)тың.
2. Мең йыл буйы халыҡ аҡылының
Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел
Баһа ҡуйыу уның (…)ына.
3. Ышанамын: бары ағып китер,
Тағы ҡайтыр тормош ярҙарына.
Сабыр аҡыллылар сафҡа баҫһын,
Заман мохтаж улар (…)ына.
4. Тыуған ерем, туған телем, моңом,
Атай-әсәй, халҡым – вариҫым:
Әгәр миңә һеҙ ят күренһәгеҙ,
Ҡәһәрләһен мине (…)ым.
5. Ижад сәме алға әйҙәһә лә,
Күңел күнде тормош шартына:
Елдәй елер саҡта, ҡыйыр-ҡыймаҫ,
Эйәр һалдым (…)ыма.
6. Төн ҡараһын көн яҡтыһы йота,
Ваҡыт йота миҙгел (…)ен.
Быуат тулап, үҙ өҫтөнә алып,
Ер шарының заман (…)ен.
7. Урманда ла, урамда ла был саҡ
Алтынлана ағас, ҡыуағы.
Әле генә ямғыр һибәләһә,
Әле балҡый “әбей (…)ы”.
8. Рәхмәт, әҙип! Күпме тәүлегеңдең
Ятмағанһың төнөн һис йоҡлап:
Уның ҡарау, ижад иткәнһең һин
Йоҡлап китер өсөн шәп (…)!
9. О, замана, нисек үҙгәрттең һин
Йолаларҙы, ғәҙәт-ҡылыҡтарҙы.
Яҙғы һыуҙай өҫкә күтәрҙең һин
Серек-боҙоҡтарҙы, буп-буш (…)тарҙы.
10. Ҡалһын күңелең түрендә
Иман – тормош халәте.
Нәфсе тыймауҙан башлана
Әҙәмдең (…)е.
11. Ҡоҙа – шутник: анекдоттар һөйләй,
Ул ҡыҙыҡты ҡайҙан, нисек тапҡан!
Хәлдәр бөтөп тәгәрләшә торғас,
Саҡ-саҡ ҡалдыҡ аумай … (…)тан.
12. Ысынлап та, Мәскәүҙә
Өс йыл үтте хеҙмәтем.
Татыным тир-тоҙ түгеп
Яфалы (…)ен.
13. Һәр сабыйын, илдең һәр бер көнөн
Ҡурсаланы йортта, яланда.
Шуға әсә – иман һәм изге һүҙ
Булыр беҙгә бөтә (…)да!
14. Әсәй менән атай йортондағы
Һәр бер мәлде, ғәзиз өндәрен
Йөҙ ҡабатлап, мең ҡат тыңлар инем –
Ҡайҙа осто ошо (…)дәрем?
15. Тормош юлы, күңел йыры менән
Араларҙы ғүмер буйына
Яҡынайтмаҡ булам, тик ниңә йән
Хыял бушлығына һыйына ла
Һағыш сиртә йөрәк (…)ына.
16. Ят яҡтарҙа һинән йыраҡта
Йәм табалған сағым бик һирәк.
Тыуған ерем – бишек йырымды
Һағына ла тора был (…).
17. Шағир халҡы шулай инде ул:
Булһын хуплау һәм ҡул сабыуҙар.
Нишләтәһең, улар – һаҡалдары
Билдәренә еткән (…)ҙар.
18. Ерҙә унан оло бер ни булмаҫ,
Ай-йондоҙға осоп етһәк тә.
Ил ҡәҙере, кеше бөйөклөгө
Хикмәттәргә хикмәт –
(…)тә!
19. Ә уларһыҙ – мин йыһанһыҙ,
Юҡ бит донъям – (…)ем.
Күңел күгем хәсрәтенән
Ерҙә илай ҡәләмем.
20. Киләм эҙләп ерҙә, тауҙар яуа эҙгә,
Яуа ямғыр, яуа тәңкәләр…
Һөйөүҙәрең көслө, эҙлә, тигән төҫлө
Башын эйгән көҙгө (…)ләр.
21. Көнләшеүҙән, ышанмауҙан
Дуҫ булалмай ике (…).
22. Беләм, мөхәббәт ғазабы –
Үҙәктәрҙе өҙөргә.
Саҡырған саҡта (…)тәр
Нисек итеп түҙергә?
23. Әллә ошо ашығыслыҡ
Йоҡто уның ғәҙәткә?..
Ғүмер буйы ҡабаланды,
Ҡарай-ҡарай (…)кә.
24. Юҡтан ғына тыумай хәл һәм, ғәжәп,
Әҙәмдәрҙә ҡылыҡ һәм ғәҙәт.
Заманаһы әгәр башҡа булһа,
Тыумаҫ ине, бәлки, был (…).
25. Даһилығы, аҡыл, рухы, моңо, дәрте…
Эй, халҡымдың әйтемдәре, мәҡәлдәре!
Шул хазина менән хозурланып,
Йыш тирбәлә илһам (…)дәре!
26. Төҫһөҙләнде ҡара сәсем,
Әселәнде сөсө йәшем.
Күгем тып-тын. Күңел шып-шым.
Күк күкрәмәй. Һуҡмай (…).
27. Ҡатын-ҡыҙҙар – ир-ат киләсәге:
Ожмах йәки тамуҡ (…)е.
28. Олатайымдан, әсәйемдән ҡалған
Ғүмер буйы йыйған милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ – туған (…)емде!


Вернуться назад