Әкиәт аша — ысынбарлыҡҡа17.01.2013
Әкиәт аша — ысынбарлыҡҡа– Әкиәт бала тормошонда баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, – ти Учалы ауылындағы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлдәр Хәкимова. – Уларҙа халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше үҙенсәлектәре генә һүрәтләнмәй, кешеләрҙең азатлыҡҡа, камил тормошҡа ынтылышы ла күрһәтелә, батырҙары данлана. Ғәҙәттә, әкиәттәр күтәренке рух менән һуғарылған, улар тик ыңғай кисерештәр бүләк итә.

Уҡытыусы менән бәхәсләшергә сәбәп юҡ: Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙын ысын мәғәнәһендә әкиәт белгесе тиергә мөмкин, сөнки ул ике тиҫтә йылға яҡын мәктәптең “Бөҙрәкәй” балалар театрына етәкселек итә, уның ойоштороусыһы һәм режиссеры ла. Театрҙа утыҙға яҡын уҡыусы шөғөлләнә, улар йәше буйынса өс төркөмгә бүленгән. Балалар ҡуйған репертуарҙа башҡорт, урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙың әкиәттәре бар, Мостай Кәрим, Сафуан Әлибаев, Сәрүәр Сурина, Айһылыу Йәғәфәрова, Илшат Йомағолов кеүек танылған ҡәләм оҫталарының да әҫәрҙәрен сәхнәләштергәндәр.
Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙы әйтеүенсә, балалар сығыш яһап ҡына ҡалмай, әкиәттәр аша донъяны танып белергә лә өйрәнә. Ғөмүмән, театрҙың тәрбиә һәм шәхес үҫтереү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: үҫмерҙәр туған телдә матур итеп һөйләшә, ижади һәләтен арттыра, хис-тойғоларын, теләктәрен ҡыйыу, аныҡ белдерергә өйрәнә. Әкиәтте сәхнәләштерер алдынан уҡытыусы актер оҫталығы һәм театр сәнғәте тураһында йәнле һөйләшеү үткәрә, алдағы эштең төп йүнәлештәрен аңғарта. Йөкмәткеһен бергәләп тикшергәндән һуң, ролдәрҙе бүләләр. Һәр образдың үҙенсәлектәрен, холоҡ-фиғелен барлайҙар, ыңғай һәм кире яҡтарын баһалайҙар, фекер алышалар. Телмәр дөрөҫлөгө, интонация, артикуляция, дикция мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә.
“Бөҙрәкәй” балалар театрының һәр сығышын тамашасылар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әйткәндәй, коллектив 2007 йылда “өлгөлө” тигән исем алған, ә етәксеһенең эше райондың Марат Минһажетдинов исемендәге премияһы менән баһаланған. Театр коллективы район, республика, ил кимәлендәге ижади конкурстарҙа йыл һайын еңеүҙәр яулай, һәм унда шөғөлләнгән балаларҙың күпселеге – уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бына шундай уңған уҡытыусылар, һәләтле балалар бар Учалы районында.


Вернуться назад