Таможня мәғлүмәт ҡәҙерен белә17.01.2013
Өфөлә Рәсәй таможня органдарының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған Совет ултырышы булды. Унда Федераль таможня хеҙмәте етәкселәре — Мәғлүмәт технологиялары буйынса баш идаралыҡ начальнигы Алексей Шашаев, Хоҡуҡ идаралығы етәксеһе Андрей Струков, шулай уҡ Волга буйы таможня идаралығы башлығы Вячеслав Голоскоков һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәү сиратта таможня органдарының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса былтырғы эшкә баһа бирелде һәм быйыл да ошо йүнәлештә атҡараһы бурыстар барланды. Төп доклад менән Федераль таможня хеҙмәтендәге Мәғлүмәт технологиялары буйынса баш идаралыҡтың бүлек начальнигы Ю. Рыжов сығыш яһаны.
Мәғлүмәт технологиялары буйынса баш идаралыҡ начальнигы Алексей Шашаев аҙаҡ хәбәрселәр менән аралашты.
— Ил күләмендәге бындай сара һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл уны Башҡортостанда уҙғарыуҙың төп маҡсаты — урындағы тәжрибәне уртаҡлашыу. Алдынғы төбәктең эшмәкәрлеген өйрәнеү, яҡшы ойошторолған “Электрон хөкүмәт” менән танышыу барыбыҙға ла файҙалы.
Йәмғиәтебеҙ замандың фәнни ҡаҙаныштары ярҙамында тиҙ үҫешә. Әлеге мәлдә мәғлүмәт технологиялары ҡулланмаған бер ойошма ла юҡ. Улар сәйәсәт, иҡтисад, оборона һәм башҡа өлкәләргә ныҡлы үтеп ингән. Был тәңгәлдә таможня хеҙмәте лә мөмкинлектән киң файҙалана. Илдең иҡтисади именлеге мәғлүмәт хәүефһеҙлеге кимәленә туранан-тура бәйле. Һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһағанда, таможня хеҙмәтенең электрон декларациялар ҡабул итеүҙе 100 процентҡа еткереүен билдәләргә кәрәк. Тупланған мәғлүмәтте һаҡлау — беҙҙең төп бурыс. Уға ҡул һуҙыусы хакерҙарға, программаға вирус индерергә маташыусыларға ҡаршы даими көрәшәбеҙ. Шуға ла тәү сиратта хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ошо йәһәттән тәжрибәһен арттырыу фарыз, – тине Алексей Евгеньевич.
Электрон теркәү технологияһын артабан үҫтереү ултырышта ҡаралған икенсе мәсьәлә ине. Ни тиһәң дә, “Рәсәй Федерацияһында таможня көйләүе тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, илдең таможня хеҙмәте 2014 йылдың 1 ғинуарынан тотошлайы менән ҡағыҙһыҙ технологияға — электрон декларация үткәреүгә — күсергә тейеш.