Зыян күреүсе юҡ, әммә...17.01.2013
Хәбәр итеүебеҙсә, Салауат ҡалаһында 50 йәшлек Рәмил Моратшин, балалар баҡсаһына мылтыҡтан атып, бар Рәсәйҙе хәүефкә һалды. Гәзит уҡыусыларға ошо ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткермәксебеҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары 59-сы балалар баҡсаһы мөдире Валентина Власованың, тәрбиәселәрҙең көсөргәнешле хәлдә албырғап ҡалмауын, кескәйҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләүен билдәләй. Әйткәндәй, полицейскийҙарҙың, ҡотҡарыусыларҙың оператив эше лә баһаға лайыҡ.
Махсус төркөм хеҙмәткәрҙәре шартлатҡыс ҡулланып, ишекте асҡан, ҡораллы ирҙе ҡулға алырға маташҡан. Әммә ул ҡаршылыҡ күрһәтеп, ут асҡан. Бәхеткә күрә, операцияла ҡатнашҡан йөҙгә яҡын кешенең береһе лә зыян күрмәгән.
Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәрхәмәтлек мәсьәләләре буйынса Совет ултырышы барышында был енәйәткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:
“…Салауаттағы ҡот осҡос хәл фажиғә менән тамамланды – балалар баҡсаһына һөжүм иткән кеше һәләк булды. Ваҡиға мәғлүмәт ығы-зығыһы тыуҙырҙы – барлыҡ яңылыҡтар сығанаҡтарында Салауат ҡалаһы телгә алынды.
Бындай хәлдән берәү ҙә страховкаланмаған. Сирле кешеләр донъяның барлыҡ илдәрендә лә осрай. Әммә һығымта яһарға кәрәк, барыбыҙға ла һағыраҡ булыу фарыз. Балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, дауаханаларҙың эргә-тирәһе тулыһынса хәүефһеҙ булырға тейеш…”