8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов Өфө ҡалаһының “Союз Чернобыль” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәрит Бахметов һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районының “Союз Чернобыль” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Толстиков менән Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында бер нисә осрашыу үткәрҙе.
Министрлыҡтың идаралыҡ начальнигы Анатолий Бабарицкий, 2012 йылда чернобылселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһы буйынса тотонолмаған аҡса иҫәбенә хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.
Рәсәй буйынса тормошҡа ашырылған программа 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның өсөн 2011 йылда — 700 миллион һум, 2012 йылда 780 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Ә 2013 йылдан башлап финанслау күләме артасаҡ.
Иҫәп-хисап эше ҡайтанан ҡараласаҡ һәм аҡсаның күп өлөшөн 2012 йылда тотоноу күҙаллана. Анатолий Бабарицкий, әлегә аныҡ һандарҙы әйтеүе ҡыйын, тине. “Ләкин сиратта тороусы бөтә чернобылселәргә лә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн аҡса етер тигән ышаныс бар”, — тип белдерҙе.
Рәсәй буйынса 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 12 609 чернобылсе торлаҡҡа сиратта тора. Шуларҙың 161-е Башҡортостан буйынса булһа, 2012 йылға тағы 256 граждан сиратҡа баҫҡан. Иҫәпкә ҡуйыу ваҡытына ҡарата сикләүҙәрҙе алып ташлаған федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә сиратҡа баҫыусылар һаны артҡан.
Быйыл республикала 31 042,3 мең һумлыҡ 17 сертификат бүленгән. Дөйөм алғанда, Башҡортостандағы чернобылселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 508 230 мең һум аҡса талап ителә. 2012 йылға Башҡортостанға 1 миллион 260 мең һумлыҡ бер сертификат билдәләнгән.
Тотош Рәсәй буйынса барлығы 778 480 мең һумлыҡ 566 сертификат ҡаралған.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.