Ғариза бирә башланылар17.01.2013
Башҡортостандың социаль карталар регистрында универсаль электрон карта алыуға тәүге 20 ғариза ҡабул ителде.

Республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығында билдәләүҙәренсә, был йәһәттән ығы-зығы күҙәтелмәй, эш яйға һалынған. Карта алыуға ғариза биреү өсөн шәхес, дәүләт пенсия страховкаһы таныҡлығын, мотлаҡ медицина страховкаһы полисын, льгота алыуға хоҡуҡты раҫлаған документты тәҡдим итергә тейеш. Ғаризаны кешенең законлы вәкиле бирһә, ошондай вәкәләтте раҫлаған рәсми ҡағыҙ ҙа талап ителә.
Башҡортостанда универсаль электрон карталар 1 ғинуарҙан сығарыла башланы. Ғариза ҡабул итеү һәм карта тапшырыу пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларында ойошторолған.
Шулай уҡ “УралСиб”, Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә ғариза тапшырырға мөмкин.


Вернуться назад