“Ышаныс телефоны”на шылтыратығыҙ17.01.2013
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы ҡотҡарыу хеҙмәтенең махсус номерын телефон кенәгәләренә индерергә тәҡдим итә. Башҡортостанда был номер күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, республика халҡы уның буйынса йыш шылтырата. Мәҫәлән, йыл башынан алып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “ышаныс телефоны” буйынса 95 кеше мөрәжәғәт иткән.

Әлеге телефонға шылтыратып, ойошмаларҙа һәм торлаҡ биналарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары хаҡында белдерергә, шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуына ялыу ебәрергә мөмкин.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, халыҡтан килгән һәм тикшереүҙе талап иткән һәр мәғлүмәт теркәлә. 30 көн эсендә уға яҙма яуап ҡайтарыла. “Ышаныс телефоны” буйынса шылтыратҡанда кеше фамилияһын, исемен, атаһының исемен, почта адресын, телефонын хәбәр итергә, мәсьәләне аныҡ аңлатырға тейеш. Ошо мәғлүмәттәр күрһәтелгән бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Аноним шылтыратыу буйынса тикшереү үткәрелмәй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығындағы “ышаныс телефоны”: 8 (347) 233-99-99, министрлыҡтың Волга буйы төбәге үҙәгендәге “ышаныс телефоны”: 8-800-100-11-20, федераль “ышаныс телефоны”: 8 (495) 449-99-99. Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.


Вернуться назад