Зарарлы орлоҡтар табылды17.01.2013
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре Көйөргәҙе районындағы “Ермолаевка икмәге” йәмғиәтенән Ырымбур май-экстрация заводына оҙатылырға тейешле 840 тонна көнбағышты тикшереү барышында амброзия орлоҡтарын тапҡан.

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге продукция Ырымбур заводында зарарлы сүп үләндәре орлоғон юҡ итеүсе технология буйынса эшкәртеләсәк. Был эш “Россельхознадзор”ҙың Ырымбур өлкәһендәге идаралығы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда амброзия Әлшәй, Бүздәк, Благовар, Бишбүләк, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында осрай. Ул баҫыу культураларын, айырыуса бөртөклөләрҙе, зыянлай, тупраҡтың сифатын ныҡ төшөрә, уңыш йыйыуҙы ҡатмарлаштыра.


Вернуться назад