Ҡағиҙәләр яуаплылыҡты көсәйтерме?17.01.2013
Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр раҫланды.
Эксперттарҙың фекеренсә, хәҙер был өлкә халыҡ өсөн асыҡ һәм аңлайышлы буласаҡ, сөнки коммуналь хеҙмәт күрһәтеүселәр алдына урындағы үҙидара органдарына үҙенең эше тураһында мәғлүмәт биреп барыу бурысы ҡуйылды.
Күп фатирлы йорттарға идара иткән компаниялар быйылдан башлап Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды порталында үҙе тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Ресурстар менән тәьмин итеү өсөн яуаплы идарасы компаниялар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм башҡа ойошмалар мартҡа тиклем урындағы үҙидара органдарына үҙҙәренең коммуналь хеҙмәттәренән файҙаланған йорттарҙың исемлеген тапшырырға бурыслы.
Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Илдар Замалетдинов әйтеүенсә, йорттоң электрон паспортына коммуналь хеҙмәтләндереүсе кешеләр, уларға түләнгән хаҡ, эш күләме, ҡулланыусыларҙың ошо хеҙмәттәр өсөн нисек иҫәпләшеүе хаҡында мәғлүмәт индерелергә тейеш.