Киҙеү килә17.01.2013
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙың тәүге аҙнаһында республикала 10 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция йоҡторған, яртыһынан ашыуы – 15 йәшкә тиклемге балалар.
Айҙың икенсе аҙнаһы буйынса күрһәткестәр башҡасараҡ: сирлеләрҙең һаны 28,5 процентҡа артҡан (13 018 кеше), уларҙың 66,5 проценты – балалар. Ике кешегә киҙеү диагнозы ҡуйылған. Башҡа йылдарҙағы ошондай уҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 28,4 процентҡа түбәнерәк һәм әлегә эпидемия хаҡында һүҙ йөрөтөү иртәрәк.
Баш ҡалаға килгәндә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса 5260 сирле теркәлгән, уларҙың 61,8 проценты – балалар. Үткән аҙнаның күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был 21,3 процентҡа юғары.
Әйткәндәй, был миҙгелдә республикала 900 меңдән ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан.