Аллаһ йортонда ҡунаҡта17.01.2013
Аллаһ йортонда ҡунаҡтаХажиә яҙмалары
Мәңге һағындырыр әле...
Хәлегеҙҙән килһә, байлығығыҙ, сәләмәтлегегеҙ булһа, юл имен торһа, ғүмерегеҙҙә бер мәртәбә хаж ҡылыу һеҙҙең өсөн фарыз.
«Ҡөрьән Кәрим»дән.

Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу йорто, белеүебеҙсә, беренсе булып Мәккә ерендә ҡуйыла. Ул Әҙәм ғәләйһис-сәләм ваҡытында уҡ ҡорола. Әҙәм менән Һауа унда ғибәҙәт ҡыла. Риүәйәттәргә ҡарағанда, тәүге пәйғәмбәр Ер йөҙөндә 1000 йыл ғүмер кисерә. Балалары, ейәндәре күбәйеп китә. Араларынан Шис тигән улын Хаҡ Тәғәләбеҙ үҙенең пәйғәмбәре итеп билдәләй, уға ике йәшел кейем, бер һандыҡ һиҙиә итә.
Шулай итеп, Ҡәғбәтулла тирәһе бик күп пәйғәмбәрҙәрҙең эҙен һаҡлай. Исмәғил пәйғәмбәр уның эргәһендә буй еткерә, аҙаҡ атаһы Ибраһим пәйғәмбәр менән уны төҙәтеп, яңыртып һала. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә Мәккәлә донъяға килә. Ул тыуған йорт әле лә ҡомартҡы булып әл-Хәрәм мәсетенән саҡ ҡына арыраҡ ерҙә ултыра, ҡәҙерләп һаҡлана. Бына ниндәй тарихҡа эйә әл-Хәрәм мәсете һәм уның тирә-яғы: кешелек донъяһы яралған урын, тәүге ғибәҙәтхана булдырылған ер. Быларҙың барыһын теҙеп уйлаһаң, үҙеңде лә ошо бөйөк эштәрҙә ҡатнашыусыларҙың береһе, тәүге һәм һуңғы пәйғәмбәрҙәр эшен дауам итеүсе тип хис итәһең. Күңелдә ғорурлыҡ уяна. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, Аллаһ мине хаҡ мосолман итеп яратҡан, табыныр динемде Ислам иткән. Мең-мең шөкөр барыһына!
Тыуған Башҡортостаныма ҡайтҡас та, Зәм-зәм шишмәле, үҙендә пәйғәмбәрҙәр эҙен, меңәр йыллыҡ тарих серҙәрен һаҡлаған, гүзәллек, камиллыҡ өлгөһө булған, Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә инандырған урын – әл-Хәрәм мәсете — уйымдан китмәне.
Бер көн үҙем кеүек хажиәләр менән йыйындыҡ та иртәнге намаҙҙан һуң, Ғәйшә мәсетенә барып, яҡындарыбыҙға ғөмрә үтергә ниәт ҡылдыҡ һәм әл-Хәрәмгә йүнәлдек. Был юлы ғәмәлдәребеҙҙе өсөнсө ҡатта үтәргә тигәйнек. Ҡәғбәтулла ус төбөндәгеләй күренеп тора, бында халыҡ та аҙыраҡ. Беренсе ғәмәлде үтәп сыҡҡас, мин үҙемә, өс кешегә бер юлы ғөмрә үтергә ниәт ҡылып, ауыр йөк алғанымды аңланым. Ял итә-итә, икенде, өйлә намаҙҙарын йәмәғәт менән уҡый-уҡый ғәмәлдәребеҙҙе үтәйбеҙ. Өсөнсө ғөмрәне үтәп сығыуға тамам хәлем бөттө. Аяғымда саҡ баҫып торам. Юлдаштарым ҡайтып китте, мин мәсеттә йоҡлап ҡалырға булдым. Унда йылы, таҙа. Меңәрләгән мосафир намаҙлығын бер ситкә түшәй ҙә ятып йоҡлай. Мин дә шулай иттем. Ятыу менән йоҡлап та киткәнмен.
Мине иртәнге ғәжәйеп моңло аҙан тауышы уятты. Тәһәрәтләнеп, намаҙға баҫтым. Ҡәғбәтулла ултырған беренсе ҡатҡа күҙ һалһам, Ҡара таш тирәләй ярым түңәрәк яһап, ҡат-ҡат теҙелгән рәттәрҙәге тығыҙ, тигеҙ сафтарҙы күреп, йөрәгем күкрәгемдән талпынып сыға яҙҙы. Был мөһабәт күренешкә иҫем-аҡылым китеп ҡарап торҙом. Аллаһтың барлығын, берлеген инҡар итеүселәр ҙә, был илаһи күренештән әҫәрләнеп, дин юлына баҫыр ине, моғайын. Йөҙ тарафтан килгән, йөҙ телдә һөйләшкән халыҡты бер кем тигеҙләп теҙмәгән, эргәлә бойороҡ биреп торған полиция ла юҡ. Бына ниндәй көскә эйә ул аҙан тауышы!
Иртәнге намаҙ башланды. Бөтә күңеле менән Аллаһ Тәғәләгә, уның пәйғәмбәрҙәренә инанған миллионлаған хаҡ мосолманды үҙ күҙҙәрем менән бер юлы күреү иманымды тағы бер ҡат нығытты. Был күренеш, Мәккәи Мөкәррәмәләге Ҡәғбәтулла кеүек, мәңге күҙ алдымда торор инде.
Намаҙҙан һуң туйғансы зәм-зәм эсеп, бер үҙем рәхәтләнеп мәсет эсен ҡарап йөрөнөм. Бындағы матурлыҡты тасуирлап бирергә минең телем зәғиф, уны килеп күрергә кәрәк. Киң ҡанаттарын елпеп, бәндәләрен эҫе ҡояш нурынан ҡурсыларға тырышҡан фәрештәләй, бөтә ерҙә елләткестәр эшләп тора. Бейек, мөһабәт колонналар, төрлө биҙәк менән семәрләнгән көмбәҙҙәр, ялтырап ятҡан таҙа мәрмәр иҙәндәр, затлы люстралар – барыһы матур, зауыҡлы, ныҡлы, әйтерһең, әллә нисә мең йылға иҫәпләп төҙөлгән.
Ҡәғбәтулла тирәһендә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында халыҡ шығырым тулы. Бер килке тәүәф ҡылыусылар төркөмөнә ҡарап торҙом: бәғзеләренең күҙенән йәш аға, икенселере үкһеп илай, өсөнсөләре аһәңләнеп зекер әйтә. Ниндәй юғары тойғолар этәрҙе икән бәндәләрҙе шул тиклем хисләнергә? Моғайын, Ислам динен тәрәндән аңлау, Аллаһ Тәғәләнең барлығы һәм берлегенә бар йөрәктән инаныуҙыр.
Зәм-зәмдең сыҡҡан урыны мәсет эсендә, тигәйнеләр, уны эҙләп киттем. Бының өсөн иң аҫҡы ҡатҡа, подвалға, төшөргә кәрәк икән. Мәрүә тауының ҡалын таштары араһынан, әҙәм мәңге көтмәгән урындан, Аллаһ ҡөҙрәте менән меңәр йылдар буйы һыу сығып ятҡанын күреп, мин дә йөрәгем менән Һәжәр әсәнең шатлығын кисерҙем. Мин дә һығылып иланым. Бәхеткә күрә, эргәмдә бер юлдашым да булманы. Юҡһа, кисерештәремде аңламаҫтар ине. Изге ерҙән киткем килмәй оҙаҡ баҫып торҙом, шунан, өйлә еткәнде көтөп, намаҙлығымды түшәп, ултырып алдым. Еребеҙгә Зәм-зәм шишмәһен биргән ҡөҙрәтле Аллаһҡа ихлас рәхмәттәремде әйттем һәм ялбарып һораным:
– Эй, Раббым, мине лә хәлилдәреңдән, хәбибтәреңдән ҡыл. Ҡалған ғүмеркәйем динемә, туған халҡыма хеҙмәт итеп, файҙалы үтһен!

Ғәрәп балалары

Мәккәлә күргән ғәрәп балалары миңә гел Исмәғил ғәләйһис-сәләмде хәтерләтте. Әл-Хәрәм мәсетенә ата-әсәһе менән хаж ҡылырға килгән һомғол буйлы, нурлы йөҙлө, ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле үҫмерҙәрҙе күрһәм, Исмәғил уланды төҫмөрләргә тырышып, һоҡланып ҡараным.
Аллаһ алдындағы вәғәҙәһен үтәү йөҙөнән Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғилде ҡорбанлыҡҡа салырға Мина тауына алып китеп барыуы күҙ алдына килә. Был ауыр һынауҙы Ибраһим үҙ ирке менән эшләмәй, әлбиттә. Ғәзиз улыҡайын, Хоҙай Тәғәләнән ялбарып һорап алған берҙән-берен, донъяла иң ҡәҙерле йән эйәһен ҡорбан итмәксе Аллаһ хаҡына. Шул саҡ Иблис килеп, малайға: «Ҡас тиҙерәк, атаң һине һуйырға алып китеп бара. Ҡара: ҡулында — үткер бысаҡ, аяҡ-ҡулыңды бәйләр өсөн бау», – ти. Исмәғил Иблискә өс тапҡыр таш атып, уны янынан ҡыуа, һоҡланғыс сабырлыҡ күрһәтеп, тулыһынса Аллаһ Тәғәлә һәм атаһы ихтыярына буйһона. Ошо күркәм инаныу быуаттар төпкөлөнән килгән аманат булып, бөгөнгө ғәрәп балаларының холҡонда ла сағылыш тапҡандыр, тим.
Улын етәкләп, мәсеттең өсөнсө ҡатынан китеп барған әсәгә иғтибар итә ҡуйҙым. Бала бала инде — әсәһе ҡулынан ысҡынып йүгереп китте лә һөрлөгөп барып ятты. Аҡырып илар инде тиһәм, бер ни булмағандай, әсәһен кире етәкләп алды.
Ғәрәптәр балаларын дингә ылыҡтырып үҫтерә икән. Мәхшәрҙән ҡурҡмайынса, ата-әсә ике-өс йәшлек сабыйын күтәреп, дүрт-биш йәшлектәрен етәкләп, тәүәф ҡылып йөрөнө. Илап, мыжыған бер баланы осратманым.
Береһенән-береһе бәләкәйерәк дүртәүҙе коляскаға ултыртып, башта Ҡәғбәтулла тирәләй (улар мәсеттең икенсе ҡатында йөрөнө, унда тынысыраҡ), аҙаҡ Сафа—Мәрүә ҡалҡыулығында сәғи ҡылып йөрөгән ғаиләгә иғтибар иттем. Балаларының һис мыжымай, сәбәләнмәй, тулыһынса ата-әсә ихтыярына буйһоноуы, кескенәнән имандарының ныҡлығы һоҡландырҙы.
Ихрам кейеп, хаж ғәмәлдәрен үтәп йөрөүсе үҫмерҙәр ҙә әл-Хәрәм мәсетендә күп булды. Төҫкә барыһы ла бик сибәр. Ҡыйылып торған ҡуйы ҡара ҡашлы, нурлы йөҙлө, бөхтә кейемле ғәрәп үҫмерҙәрен, уларҙың илаһи матурлығын, сабыр холоҡ-фиғелен гел Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә оҡшаттым. Эйе, Ислам диненә инанған үҫмерҙәр алыҫ бабалары — Исмәғил пәйғәмбәр — рухына тап төшөрөрлөк түгел.
Ирекһеҙҙән уларҙы үҙебеҙҙекеләр менән сағыштырам. Беҙҙең өй эргәһендәге балалар баҡсаһынан ата-әсәләрҙең сабыйҙарын алып ҡайтҡанын күҙәткәнем бар. Береһе аҡырып илай, икенсеһе ниҙер таптырып мыжый, өсөнсөһө үсегеп, ергә ятып тулай. Бик һирәк бала тыныс ҡына атлап ҡайтып китә. Ниңә беҙҙә кеше бәләкәйҙән шулай мыжыҡ, еңмеш булып үҫә, ата-әсәһенә йән тыныслығы бирмәй? Бәлки, өйләнгән саҡта ЗАГС менән мөрхәтһенеп, никах уҡытылмағанғалыр? Йәнә балаларҙың маҙаһыҙ булыуы ир менән ҡатындың доғаһыҙ ҡауышыуынан, Аллаһтан изге бала һорап, ниәт ҡыла белмәүенән дә киләлер. Динһеҙлек, дәһрилек беҙҙе саҡ упҡынға төшөрмәне бит инде. Иншалла, тик һуңғы йылдарҙа илгә дин ҡайтып, иман дәрестәре барлыҡҡа килеп, тормошобоҙ әкренләп яйға һалына башланы.
Хажда йөрөгәндә динле булыуҙың бигерәк тә балаларыбыҙ, уларҙың киләсәге өсөн кәрәклеген аңланым. Иманлы, тәүфиҡлы, ата-әсәһен ихтирам иткән шәхестәр үҫтерергә теләһәк, иң тәүҙә үҙебеҙ дин юлына баҫайыҡ.

Хөрмә пальмаһы

Сауд Ғәрәбстанындағы үҫемлектәрҙән минең күңелемде арбағаны хөрмә пальмалары булды. Уны ҡаланың бөтә ерендә осратырға мөмкин: урам буйҙарында, магазин алдарында, баҡсаларҙа үҫә, хатта хөрмә пальмаларының ҙур-ҙур плантациялары бар. Беҙ килгәндә емештәре кибеп ҡойола башлағайны. Саҡматаштарҙы ярып тамыр ебәргән, ҡоролоҡҡа бирешмәгән ҡауырһын япраҡлы был үҫемлекте — көслө рухлы Һәжәр әсәгә, ә татлы емешен улы Исмәғилгә оҡшаттым.
Пальма – ғәрәп халҡының ғорурлығы, ул бик бейек булып үҫә. Ултыртҡан кешегә үҙе үҫтергән ағастың хөрмәһен ашау насип булмай, ни өсөн тигәндә, ул етмеш йылдан һуң ғына тәүге емешен бүләк итә. Һәр ағас ҡояш энергияһы менән һуғарылған 300 килограмм самаһы шифалы ризыҡ бирә. Өтөп алып барған эҫегә түҙгән был сабыр ағасты Аллаһ бында үҙе тәғәйенләп ебәргәндер, һөйөклө ғәрәптәрем, хаж ҡылырға килгән хәбибтәрем, әйҙә, һыйланһын, тигәндер.
Әммә уны үҫтереү бик ҡиммәткә төшә. Бер ағасты һуғарыу өсөн йылына әллә нисә мең риал аҡса сыға икән. Мөһабәт пальма беҙҙең ҡунаҡхананан алыҫ булмаған бер кибет эргәһендә лә үҫеп ултырҙы. Шуның төбөндә: «Аллаһ Тәғәләм, ошо ағастың ҡөҙрәтен миңә лә бирһәңсе!» — тип ялбарып, бер килке баҫып торғайным. Был ағастың да емештәре ағасында көйө кибеп, ергә ҡойола башлағайны. Усыма бер нисә кипкән хөрмә емеше килеп төштө. Пәйғәмбәрҙәр эҙен һаҡлаған изге төбәктең ризығын ашап ҡарамайынса түҙә алманым. Ул шул тиклем татлы ине — ожмах емеше генә шулай тәмле булалыр. Беҙҙең яҡтарҙа бындай ҙа татлы хөрмәнең һатылғанын осратҡаным булманы. Ете бөртөк хөрмә емеше ашап ураҙа тотҡандар асыҡмай, тигәндәре хәҙер шикләндермәй.
Ғәрәп иленең ҡото булған был илаһи үҫемлектең төрҙәре лә байтаҡ. Мәҙинә ҡалаһындағы Ухуд тауына экскурсияға барғанда беҙ хөрмә баҙарына осраныҡ. Бында емештең унлап төрө һатыла ине. Етәкселәребеҙ беҙгә аджуа тигәнен һатып алырға тәҡдим итте. Уны бында «Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күҙ йәше» тип атайҙар, бик тә шифалы икән. Башҡа хөрмәләрҙең килограмы 20-30 риал (беҙҙең аҡса менән 160-240 һум) булғанда, аджуаның хаҡы 80-90 риал (640-720 һум) ине. Ҡиммәт тип тормай, барыбыҙ ҙа тиерлек аджуа хөрмәһен һатып алдыҡ.
Илебеҙгә ҡайтыр алдынан әл-Хәрәм мәсете менән хушлашып, аманлашып сығып киттек. Мин йәнем яҡын иткән пальмалар менән айырым хушлаштым:
– Һәжәр әсә һынлы Мәккә пальмалары! Бөтә Ер йөҙөндә һеҙҙең һымаҡ таш иретеп үҫеп сыҡҡан, меңәр йыллыҡ тарихты үҙенә һеңдергән башҡа үҫемлекте белмәйем. Мин һеҙҙе бик яраттым, бер ҡасан да онотмаясаҡмын! Хушығыҙ! Яңынан осрашҡанға тиклем!
(Дауамы. Башы 3-сө, 6-сы, 7-се һандарҙа).


Вернуться назад