Өләсәйемдең исеме — Гөлсирә. Уға 55 йәш, Түбәнге Баба ауылында йәшәй. Былтыр хаҡлы ялға сыҡты, хеҙмәт ветераны.
Беҙ икәүләп йорт-ихатала төрлө эш башҡарабыҙ. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә унан шәл, ойоҡбаш бәйләргә өйрәнәм. Йоҡларға ятҡанда өләсәйемдең әкиәттәрен тыңлайым, бигерәк тә бала сағындағы ваҡиғаларҙы һөйләгәне оҡшай. Иртәнсәк мин һөт айыртҡыстың талғын ғына тауышына уянам, шуға ҡушылып өләсәйемдең дә көйләгәнен ишетәм. Ул һәр көнөн шулай йырлап башлай. Ҡәҙерлебеҙ бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай. Ул яңғыҙы өс ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа сығарған. Әле биш ейәнгә өләсәй. Һәр ҡайһыбыҙҙы ярата, беҙ ҙә уны ҡайғыртмаҫҡа тырышабыҙ.
Һөйөклөбөҙ баҡсаһында төрлө-төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа алманан, ҡарағаттан, сейәнән, грушанан телде йоторлоҡ ҡайнатмалар яба, йәшелсәнән салаттар яһай. Өйөндә үҫтергән георгин, рауза, астра, ләлә сәскәләренә бөтөн ауыл һоҡлана. Өләсәйем гөлдәрен бала тәрбиәләгән һымаҡ ҡарай, улар менән һөйләшә.
Ҡәҙерлебеҙ аш-һыуға бик оҫта. Бәлеш, икмәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡтарын бик яратабыҙ. Беҙ ҡунаҡҡа килһәк, самауыр менән сәй ҡайната һала. Түңәрәк табында сәйҙәр эсеүе бигерәк күңелле.
Иң йәмле ваҡыт, әлбиттә, йәй була. Өләсәйемә ҡунаҡҡа барыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ул беҙҙе һыу инергә йөрөтә. Балыҡ та ҡармаҡлайбыҙ, уйнайбыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, ял итәбеҙ. Яланға сығып еләк, бөрлөгән, балан йыйып алып ҡайтабыҙ. Өләсәйем дарыу үләнен дә йыя. "Беҙҙең дарыухана ошо инде", — тип уларҙың файҙаһын аңлата. Мунса инергә миндек, йорт-ҡура тирәһен һеперергә селек тә алабыҙ.
Өләсәйем беҙҙе изгелекле, сабыр булырға, эште ваҡытында башҡарырға, юҡ-барға илап йөрөмәҫкә өйрәтә. "Аш тәмле булһын өсөн бешергәндә йырлап, яҡшы уйҙар уйлап торорға кәрәк", — ти ул. Кис ятҡан һайын Хоҙайға рәхмәт уҡырға ла өләсәйҙән өйрәндек.
Беҙҙең өсөн өләсәйҙең йорто — изге йорт. Унда туғандар менән күрешәбеҙ, аралашабыҙ. Барыһы ла йыйылған ваҡытта өләсәйем шәжәрәне һөйләп сыға. "Башҡорт ете быуынын белергә тейеш, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен", — тип ҡабатларға ярата ул.