Һуңғы ихтыярын раҫлаған13.12.2011
Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Маргарет Тетчер үҙен һуңғы юлға оҙатыу планын раҫлаған.
86 йәшлек "тимер леди" матәм ваҡытында ҡайһы бер дәүләт кимәлендәге ҙурлауҙарҙан, атап әйткәндә, хәрби самолеттарҙың осоп үтеүенән һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы граждандар панихидаһынан баш тартҡан.
Табутты иһә ил парламентының ҙур залында – Вестминстер холда ҡуйыуҙарын теләй, сөнки унда депутаттар һәм саҡырылған кешеләр генә инә аласаҡ. Изге Павел Соборындағы йыназала инглиз композиторы Эдвард Элгарҙың көйҙәре оркестр башҡарыуында яңғырарға тейеш. Маргарет Тетчерҙың кәүҙәһе Челси ҡалаһындағы Король дауаханаһының зыяратында, 2003 йылда вафат булған ире Дэнис эргәһенә ерләнәсәк. Һуңғы юлға оҙатыуҙа инглиз батшабикәһе Елизавета II, СССР-ҙың тәүге Президенты Михаил Горбачев, АҠШ-тың элекке президентының ҡатыны Нэнси Рейган һәм башҡалар буласаҡ икән.


Вернуться назад