“Сода” хәҙер мазут яҡмай16.01.2013
“Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә энергияны, тәбиғи ресурстарҙы, сеймал һәм материалды һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса даими эш алып барыла.

Ахыр сиктә етештереүҙең барлыҡ стадияларында тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто ярайһы уҡ кәметелә. Сода мейестәрен мазуттан газға күсереү етештереүҙең энергетик һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм экологик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән тағы ла бер аҙым булды.
“Сода” йәмғиәте мазут яғыулығын ҡулланыуҙан тулыһынса баш тартты. Яңыса техник йыһазландырыу планына ярашлы, предприятиела тәбиғи газға күсеү эше тамамланды. Йәмғиәттә эшселәрҙең хеҙмәт шарттары яҡшырҙы, байтаҡ процестар тулыһынса автоматлаштырылды. Тәбиғи газ файҙаланыу етештереүҙең тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоһон кәметеүгә, етештереүсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итә.
— Тәбиғи газ — энергияны һаҡлаусы заманса яғыулыҡ. Уға күсеү һөҙөмтәһендә продукция етештереүгә сығым кәмене. Иң мөһиме — экология мәсьәләһе ыңғай хәл ителә, — тине “Сода”ның баш инженеры Юрий Иванов.


Вернуться назад