Изгелек урамы тип атанылар16.01.2013
Үрге Ҡыйғы ауылында Изгелек урамы барлыҡҡа килде. Ни өсөн урамды шулай итеп атанылар? Сөнки унда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн махсус йорттар төҙөлдө. Яңы йыл байрамы алдынан алты кешегә фатир асҡыстары тапшырылды.
Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашырға тип район хакимиәте, опека органдары, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, туғандар, дуҫтар йыйылды.
Йорттар заманса технология буйынса төҙөлгән, йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.
– Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – бөгөн республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе, – тине район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов. – 2012 йылда районда ете етем балаға торлаҡ бүленде, бөгөн йәнә алты кеше ошондай бәхеткә эйә булды. Сиратта тағы һигеҙ кеше бар. Кеҙетамаҡ ауылында был категорияға ингәндәр өсөн биш фатирлы йорт төҙөлә. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Рафиҡ Хафиз улы яңы фатир хужаларына бәхетле тормошта, именлектә йәшәүҙәрен, торлаҡҡа һаҡсыл ҡарауҙарын, үҙ-ара татыу булыуҙарын теләне.
Йортто ҡарап сыҡҡас, йәштәр һоҡланыуын йәшермәне, хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн республика башлығына һәм Хөкүмәткә рәхмәт белдерҙе.
– Ғаилә ҡороуыбыҙҙың бер йыллығына яҡшы бүләк булды, – ти Азалия менән Айрат Сәғитовтар. – Бындай фатир тураһында хыялланмай ҙа инек.
Йәштәргә тапшырылған асҡыстарҙың бәхетле тормошҡа ла юл асыуын теләйбеҙ.