Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда былтыр айырыуса уңышлы эшләгән теле-радио компаниялар һәм гәзит-журнал коллективтарын билдәләнеләр, шулай уҡ үҙ һөнәре оҫталары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
– Бөгөн йыш ҡына беҙ донъялағы хәл-ваҡиғаларға тап журналист күҙе аша бағабыҙ, уның яҙғандарынан, әйткәндәренән фекер ебен туплайбыҙ. Тап ошо һөнәр эйәләре халыҡҡа яңылыҡтарҙы дөрөҫ, әһәмиәтле итеп еткереү буйынса ғәйәт мөһим һәм тынғыһыҙ эш башҡара ла инде, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
Тантанала журналистика өлкәһендәге ижади конкурстарға ла йомғаҡ яһалды: еңеүселәргә бүләктәр бер нисә номинацияла тапшырылды. Йәмғеһе 50-нән ашыу киң мәғлүмәт сараһы һәм журналист төрлө маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. "Башҡортостан" гәзите иһә төбәк баҫмалары араһында дәүләт телдәрен үҫтереүгә арналған республика конкурсының еңеүсеһе тип табылды. Ә иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Рәшит Зәйнуллин Иҡтисади үҫеш министрлығының дипломына лайыҡ булды.