Бахмутта яҡшыраҡ, тиҙәр16.01.2013
Б.Тураеваның Көйөргәҙе районының Яманһары төп дөйөм белем биреү мәктәбен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүҙе һораған яҙмаһын хакимиәткә ебәргәйнек. Мөрәжәғәткә ошондай яуап алдыҡ.

"Яманһары мәктәбен башланғыс мәктәпкә әйләндереүҙең сәбәбе күп, — тиелә унда. — Беренсенән, былтырғы уҡыу йылының аҙағында 20 бала ҡалды, һөҙөмтәлә бер уҡытыусыға дүрт уҡыусы тап килә (норматив буйынса — 15). Шул уҡ ваҡытта бер класта 14 бала булырға тейеш.
Яманһары дөйөм белем биреү мәктәбендә бер баланы уҡытыу йылына 104 749 һум тәшкил итә. Ә Бахмут урта мәктәбендә был һан — 55 744, район буйынса — 54 742 һум. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, уҡыусыларҙың йылдан-йыл кәмеүе көтөлә. Яманһары дөйөм белем биреү мәктәбенең һөҙөмтәһеҙ сығымдары 1 миллион 879 мең 800 һум булды. Уҡыу йортон артабан да тотоу иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы түгел ине.
Яманһары мәктәбенең ете уҡытыусыһының дүртәүһе — юғары педагогик, икәүһе — урта һөнәри (педагогик), береһе юғары ауыл хужалығы белемле. Химия, биология, география, йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура, технология, һыҙма, рәсем дәрестәре белгестәр тарафынан үткәрелмәне.
Бахмут урта мәктәбе иһә райондың төп мәктәптәренең береһе һанала, матди-техник торошо уҡытыу-тәрбиә процесын ойоштороуҙың талаптарына яуап бирә. Уҡыусылар, район, республика конкурстарында даими ҡатнашып, уңышҡа өлгәшә. БДИ һөҙөмтәләре лә яҡшы.
Башҡорт милләтенән булған һәр бала туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә: уҡыу планына ярашлы, башҡорт теле дәрестәрен I, II класта — аҙнаһына икешәр, III — IX кластарҙа — өсәр, X — XI кластарҙа берәр сәғәт үтәләр.
Бахмутта "Йылы мәктәп" программаһы буйынса үткәрелгән капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша. Тимәк, тулы һәм сифатлы белем алыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Яманһары Бахмуттан 15 саҡрым алыҫлыҡта. Уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн автобус бүленгән".


Вернуться назад