Хәстәрлектә үҫкән баланың ғына хыялдары тормошҡа аша17.11.2011
Хәстәрлектә үҫкән баланың ғына хыялдары тормошҡа ашаБыл көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһы ысын мәғәнәһендә матур гөлләмәне хәтерләтте — илдең төрлө төбәктәренән килгән гүзәл заттарҙың уй-кисерештәре, ниәт-маҡсаттары әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумында беректе. Төп фекер әсә, бала һәм ғаилә институтына бәйле мәсьәләләрҙе көйләүгә, әсә һаулығына, күп балалы ғаиләләрҙең көнитмешенә ҡайтып ҡалды. "Башҡортостан — ғаилә мәктәбе. Бында күп нәмәгә өйрәнергә була", — тине делегаттар. Башҡортостан әсәләре иһә был юғары баһаны республика етәкселеге алып барған сәйәсәттең асыҡлығына, тотороҡлолоғона, дөрөҫлөгөнә ҡайтарып ҡалды.
Форумдың икенсе көнөн делегация етәкселәре менән берлектә ойошторолған матбуғат конференцияһы асты. Осрашыуҙа делегаттар тәүге көндә үткәрелгән "түңәрәк өҫтәл"дәргә йомғаҡ яһаны, фекерҙәрен әйтте, тәҡдимдәр индерҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Тәжрибә тигәндәй, ҡунаҡтар республикала әсәлекте, балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән башланғыстарҙы хуплап ҡаршы алды. Мәҫәлән, беҙҙә 2006 йылдан бирле ауырлы ҡатындарҙың һаулығын, йөклөлөктөң нисек үтеүен контролдә тотоу маҡсатында Интернет-күҙәтеүе камиллашҡан. Заманса технология ярҙамында төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе ҡатындар ҙа юғары квалификациялы табиптарҙа консультация үтә ала. Һөҙөмтә иһә һандарҙа асыҡ сағыла. Әйтәйек, һуңғы дүрт йыл эсендә генә республика буйынса әсәйҙәрҙең үлем осрағы дүрт тапҡырға кәмегән. Ауыр тормош шарттарына дусар булған ғаиләләрҙе тикшереүгә көйләнгән "Рубин" системаһы ла өйрәнеүгә лайыҡ. Яңы алым республика райондары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләргә, белгестәр менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, иҫәптә торған ғаиләләрҙең көнитмешен он-лайн режимында тиерлек күҙәтеп барырға мөмкинлек бирә.
— Был башланғыстар республикала ғына камиллашырға тейеш түгел. Уларҙы төплө өйрәнергә һәм ил кимәлендә ҡулланырға кәрәк, — тине делегаттар.
Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар күп. Шул уҡ торлаҡ мәсьәләһе булһынмы, балалар баҡсаларына сиратмы — барыһы ла тәү сиратта әсәгә, ғаиләгә килеп ҡағыла. Әммә проблемалар ҡануниәт кимәлендә хәл ителмәй тороп, был етешһеҙлектәрҙең осона сығыу мөмкин түгел, ти әсәләр. Белгестәр әйтеүенсә, 1968 йылда Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексынан 32 пункт алып ташланған һәм ошоғаса берәү ҙә өҫтәлеп яҙылмаған. Беҙҙә хатта күп балалы ғаилә категорияһының аныҡ ҡына билдәләнеше лә юҡ. Бер төбәктә был статусҡа өс балалылар инһә, икенсе ерҙә биш бала тәрбиәләгән ата-әсә генә күп балалы һанала.
— Беҙ ил сәнәғәтен алға ебәреүҙе ҡайғыртыу менән генә сикләнә алмайбыҙ. Ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү ҙә — иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Ҡасан ғына әле, илдә йыл һайын 1 миллион кеше вафат була, тигән мәғлүмәттән сәстәр үрә тора ине. Хәҙер был йүнәлештә аҙ ғына ыңғай үҙгәрештәр бар. Был дәүләттең ғаиләгә йөҙ менән борола башлауына туранан-тура бәйләнгән. Әммә ғаилә сәйәсәте буйынса комплекслы дәүләт программаһы булдырмайынса тороп, беҙ көрсөктән сыға алмаясаҡбыҙ, — тине әсәйҙәр.
Форум һөҙөмтәләре буйынса ғаилә өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен формалаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға яуаплы федераль орган — Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ эштәре буйынса федераль хеҙмәт булдырыу бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, делегаттар ил кимәлендә ғаилә сәйәсәтенең концепцияһы, ғаиләнең айлыҡ табышын, сығымдарын, балалар һанын, уларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып сифатлы йәшәү стандарты, күп балалы ғаиләләр тураһында федераль закон ҡабул итергә тигән ҡарар ҡабул итте. Әсәләр фекеренсә, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә айырылышыуға барып еткәндә лә, бала мәнфәғәтен яҡлау, социаль ғаиләләрҙә үҫкән ҡыҙ һәм егеттәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү закон нигеҙендә нығытылырға тейеш.
— Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие түләү осорон йәш ярымдан ике йәшкә тиклем арттырырға, социаль хеҙмәткәргә эш хаҡын түләүҙе һәм инвалид бала тәрбиәләү осорон әсәләрҙең пенсия тәьминәтенә хоҡуҡ биргән хеҙмәт стажына индереүҙе ҡануниәт менән нығытырға кәрәк, — тине улар.
Делегаттар алимент түләү мәсьәләһен дә көн ҡаҙағына сығарҙы. Был йәһәттән тиҙ арала Рәсәй Федерацияһының дәүләт алимент фондын булдырыу һәм яуапһыҙ ата-әсәләр менән эшләүҙе Хөкүмәт кимәлендә хәл итеү бурысы ҡуйылды.
Әлбиттә, бөтә мәсьәләләрҙе лә бер-ике көн эсендә генә һөйләп тә, өйрәнеп тә бөтөп булмай. Мәҫәлән, шул уҡ яңғыҙ әсәйҙәр проблемаһын ғына алып ҡарайыҡ. Илдә 10 миллиондан ашыу яңғыҙ әсә йәшәүен иҫәпкә алғанда, был мәсьәләнең ни тиклем көнүҙәк булыуы хаҡында һөйләп тә тораһы түгел. Атай абруйы. Был да гүзәл заттарҙы борсомай түгел. Әйткәндәй, киләсәккә атайҙарҙың да Бөтә Рәсәй форумын үткәреү тәҡдиме яңғыраны.
Сара юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә, Хөкүмәткә, ойоштороусыларға изге теләктәрен әйтте, фекер туплау, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булдырғандары өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Әсәй" Халыҡ-ара хәйриә фондтарының йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәйес Атнағолов рәхмәт йөҙөнән Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованы, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альфира Бакиеваны һәм Өфө трикотаж фабрикаһы директоры Зөһрә Исмәғилеваны Фондтың алтын дипломдары менән бүләкләне.
Артабан сәхнә түренә "Ҡатын-ҡыҙға иң яҡшы шарттар тыуҙырылған предприятие" конкурсы еңеүселәре күтәрелде.
Әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы балаларҙың матур концерт программаһы менән тамамланды. "Әсәһе яратҡан баланың ғына хыялдары тормошҡа аша! Балаларығыҙҙы яратығыҙ", — тине хушлашҡанда Рәсәй әсәйҙәре.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Вернуться назад