Ер менән йыр айырылғыһыҙ...16.01.2013
Ер менән йыр айырылғыһыҙ..."Эшеңде һәр ваҡыт еренә еткереп эшлә. Тырышып, яратып башҡарған хеҙмәт бер ваҡытта ла бушҡа китмәй, ҡасан булһа ла рәхәтен күрерһең", тигән билдәле яҙыусы
М. Хәй. Ысынлап та, күңел ятмаған эшкә тотоноуы ауыр, тотонған хәлдә лә осо-аҙағына сығып етеүең шикле. Шуға күрә һәр кеше күңеленә ятҡан һөнәрен эҙләй.

— Ғүмер буйы яратҡан, йәнемә яҡын булған һөнәрем буйынса эшләнем, — ти Харис Шаһангәрәй улы. — Эш — һәр кешенең ғүмерлек юлдашы, һәр беребеҙҙең хеҙмәте башҡаларға файҙа килтерергә тейеш.
Харис Юлдашев Күгәрсен районының Түләбәй ауылында тыуған. Ғаилә ишле була. Береһенән-береһе бәләкәйерәк 12 бала эштең ни икәнен белеп үҫә.
Өс километр алыҫлыҡтағы Ҡалдар ауылында урынлашҡан мәктәпкә уҡырға барып, һигеҙ класты тултыра Харис. 1968 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлау тураһындағы аттестатын ҡулына тотоп, Мораҡтағы 14-се һөнәрселек училищеһына юллана. Бында ул бер йыллыҡ тракторсылар курсына яҙыла. Әйтергә кәрәк, әсәһе быға ҡаршы төшә, сөнки уны институтта уҡытырға хыяллана. Харис иһә үҙ хыялын тормошҡа ашырыр өсөн ике ай өйгә ҡайтмай, эҫкерт төбөндә йоҡлап йөрөп уҡый.
Һөнәрле булғас, ул башкөллө алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт донъяһына сума. М. Горький исемендәге колхозда уға трактор тапшырғас, “тимер аты”на атланып, Харис Шаһангәрәй улы тәүге баҫыуын иңләргә сыға.
Әрме сафынан ҡайтҡас, туған колхозында йәнә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар, һәм тракторсы эшен артабан да дауам итә.
— Кемдер берәү йыл һайын эш алыштыра, ғүмеренең күп өлөшөн яратҡан һөнәрен эҙләп уҙғара, — ти Харис ағайҙың ҡыҙы Рәмзилә. — Атайым ундайҙарҙан түгел. 1973 йылда хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, колхозға эшкә урынлашып, 2006 йылға тиклем бер өҙлөкһөҙ эшләне. Ял итеп алырға ине, арыным тигәнен ишеткәнем булманы. Ул һәр саҡ эштә, баҫыуҙа, йә иһә колхоз МТС-ында трактор йүнәтә. 2006 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем “Ергән” МТС-ы бүлексәһендә тир түгә.
27 йәшендә Харис Юлдашев күрше генә Әлимғол ауылында тыуып үҫкән Рузилә Хөсәйен ҡыҙы менән ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрә. Иңгә-иң терәшеп өс бала үҫтерәләр. Рәмзилә, Тимур, Әхнәф — өсөһө лә юғары белемле, бөгөн улар үҙаллы тормош көтә.
— Балаларымды яратам, уларҙан да нығыраҡ — ейәнсәрҙәремде, — ти ул. — Трактор янында ярҙамсы булырлыҡ малай ҙа алып ҡайтһалар, донъям түңәрәкләнер ине.
Харис ағай бушыраҡ мәлендә Иҙелдә балыҡ тоторға ярата икән. Уның халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарыуын һәммәһе лә үҙ итә.
Ғүмер буйы яратҡан һөнәрен алыштырмай, үҙ эшенә бар күңелен һалған тракторсының тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалмай. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Район, колхоз кимәлендәге тапшырылған рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Тап Харис Юлдашев кеүек кешеләр тураһында "китап яҙырлыҡ" тип әйтәләрҙер ҙә инде.


Вернуться назад