Көслө милләт булайыҡ тиһәк16.01.2013
Әҙәп — тәүге сиратта аралашыу сараһы, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу ысулы. Әҙәп бер-береңде ихтирам итеүгә, әйләнә- тирәләге кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә ҡайтып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәрҙең әҙәп кимәле түбән булыуы, аралашыуҙың ябай ҡағиҙәләрен белмәүе йә һанға һуҡмауы етди борсолоу тыуҙыра. Күптән түгел ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Быуаттан да оҙайлы көн…” тигән романын ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Бында һүрәтләнгән маңҡорт образы, йөрәкте өшөтөп, һаман да күҙ алдында тора.

...Күп быуаттар элек ҡаҙаҡ далаларында жуңжуандар ҡәбиләһе әсирҙәргә ҡарата ифрат шәфҡәтһеҙ булған. Уларҙың ҡулына эләккән меҫкен кешеләрҙе ҡот осҡос яҙмыш көткән. Әсирҙең башында бер бөртөк сәс ҡалдырмай ҡырып алғас, яңы ғына һуйылған ҡарт дөйә тиреһенең иң ҡалын өлөшөн — муйын тиреһен — меҫкендәрҙең тап-таҡыр башына кейҙереп ҡуйғандар, аяҡ-ҡулын бәйләп, үҙәк өҙөп ҡысҡырған тауыштарын кеше ишетмәҫлек ергә алып барып ташлағандар. Тире эҫе ҡояшта кибеп, тарайғандан-тарая барып, әсирҙең сәсһеҙ башын тимер ҡоршау кеүек ҡыҫҡан, тарттыра башлаған. Үҫә башлаған сәс йә дөйә тиреһен тишеп кергән, йә иһә кирегә бөкләнеп, баш тиреһенә табан үҫә башлап, тотҡондарҙың ғазапланыуын тағы ла арттырған. Ахыр сиктә түҙә алмаҫлыҡ ауыртыуҙан хәлһеҙләнгән бәхетһеҙҙәр йән биргән йә, ғүмерлеккә иҫен-аҡылын юйып, маңҡортҡа әүерелгән, үҙенең элек нисек йәшәгәнен, кем икәнлеген хәтерләмәгән мәхлүк булып ҡалған. Маңҡорт үҙенең ҡайһы ырыу кешеһе икәнен, исемен, тыуған ерен белмәгән, ата-әсәһен иҫләмәгән, ҡыҫҡаһы, ул үҙенең кеше затынан булыуын аңламаған. Маңҡорттарҙан да ҡиммәтлерәк баһаланған ҡол булмаған, сөнки хужаһынан башҡа бер кемде лә бар тип белмәгән хәтерһеҙ, аңһыҙ, исемһеҙ мәхлүк буйһоноусан, тыңлаусан була, бер ҡасан да ҡасыу йәки фетнә күтәреүҙе уйына ла килтермәй. Үткәндәрһеҙ, киләсәкһеҙ, бөгөнгө ихтыяж менән генә көн күреүсе меҫкен йән эйәһе...
Был — бик боронғо легенда. Әммә, ни өсөндөр, йүгерек уй, үткәндәрҙе хәҙерге заманға ҡушып бәйләп, йәшәйешебеҙҙәге оҡшаш яҡтарҙы эҙләй. Халҡыбыҙ мәҙәниәтенең һәм рухилығының хәҙерге торошона ҡараһаң, күңелһеҙ ҙә, ҡыҙғаныс та булып китә. Бына ҡайҙа ул маңҡортлоҡ! Үкенескә ҡаршы, бөгөн башҡорт халҡы, рухи сығанаҡтарҙан айырылып, тарихи һәм милли хәтерен юғалтҡан милләткә әйләнә башланы. “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр”, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Телһеҙ кеше — илһеҙ кеше, ерһеҙ кеше. Үҙ ереңдә бәхет ҡошоң ҡунып һайрарлыҡ ағасың, бер ҡасан да хыянат итмәҫ тыуған төйәгең, кеше араһында аҙаштырмаҫ туған телең кәрәк. Үҙенең киләсәге, балаларының яҙмышы өсөн борсолған һәр кеше шуны аңларға тейеш.
Тирә-яғыбыҙға ентекләп күҙ һалһаҡ, быны аҙым һайын күрергә була. Ҡала туҡталыштарында кешеләрҙең төкөрөнөүенән, сүп-сар ташлауынан баҫырлыҡ та ер ҡалмай. Автобусҡа инһәң, урын бирерҙәр тип көтмә. Йәштәр үҙҙәренең ҡылыҡтарынан оялыу түгел, был хаҡта уйлап та бирмәй. Элегерәк ололар ҡайҙалыр әҙәпһеҙлек, тәртипһеҙлек күрһә, йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡый башлай ине, ә хәҙер бер кем дә өндәшмәй. Әллә ошо йәшәү рәүешенә күнгәндәр, әллә ҡурҡалар…
Халыҡтың мәҙәни кимәле бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрһен тиһәк, был проблема дәүләт кимәлендә ҡаралырға тейеш, минеңсә. Мәҫәлән, бөтә мәктәптәрҙә лә дин, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре өйрәтелһен ине (быйылдан ҡайһы бер мәктәптәрҙә “Донъяуи этика нигеҙҙәре” дәресе инә башлауы ҡыуаныслы). Шулай уҡ ҡала урамдарында, автобустарҙа социаль рекламалар элергә кәрәк. Мәҫәлән, йәштәрҙе оялтыр өсөн автобуста “Һүгенеү — әҙәпһеҙлек”, “Ололарға урын бир!” тигән һымаҡ иҫкәртмәләр булһа, һәйбәт булыр ине.
Ғалимдарҙың яҙған китаптарын күптәр эҙләп алып уҡып ултырмай бит. Шуға ла бигерәк тә уларға, төрлө ергә барып сығыш яһап, хәҙерге заманда әҙәп-әхлаҡты пропагандаларға кәрәк.
Минеңсә, муллаларға ла, мәсеткә килгән кешегә генә вәғәз уҡыу менән сикләнмәй, өйҙән-өйгә йөрөргә кәрәктер, сөнки иман йорттарына былай ҙа әҙер, мәғлүмәтле кеше килә. Дин әһелдәренә лә күпме яҙыҡ эштәрҙән тыйған Ислам динен ҡурҡмайынса таратырға кәрәк. Әгәр ҙә илебеҙҙәге дөйөм халыҡ әхлағы артабан да шулай аҫҡа тәгәрәүен дауам итһә, киләсәгебеҙ аяныслы буласаҡ. Ысынбарлыҡҡа ҡарағыҙ! Ауылдарҙа ла хәҙер йәше-олоһо “бисмиллаһ” һүҙен әйтмәй, ә һүгенә белә. Урамда иҫерек йөрөүҙән, урлашыуҙан тартынмайҙар. Һис кемде тыйған кеше юҡ. Ҡайҙа булып бөттө беҙҙең тәртип һаҡлаған, барыһына өлгө булған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр? “Ололарҙы ихтирам итергә, хөрмәтләргә кәрәк”, “Ирҙәрҙең дәрәжәһе юғары”, “Атай һүҙе”, “Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” кеүек һүҙҙәр ҙә онотолоп бара. Халҡыбыҙҙа булған изге йолаларҙың, юғары төшөнсәләрҙең юғала барыуы бик үкенесле.
Йәштәр генә түгел үҫмерҙәрҙең дә һыра-араҡы эсеүенә, тәмәке тартыуына ҡарап йәнем көйә. Типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәрҙең, ихтыяр көсөн юғалтып, араҡы ҡоло булып, эшләмәй ятыуына ҡарауы ытырғаныс. Ә бит шуларҙың олаталары ҡасандыр илебеҙҙе яҡлаған, яу сапҡан бөркөттәй ир-егеттәр булған. Бөтә ерҙә лә, барлыҡ илдәрҙә лә шулай, тиерһегеҙ. Мин был фекер менән килешмәйем, милләтемдең рухы юғары һәм таҙа булыуын теләйем.
Көслө милләт булайыҡ тиһәк, эште үҙебеҙҙән, ғаиләнән башларға кәрәк, сөнки тәрбиә күбеһенсә ғаиләлә бирелә, шәхестең әхлаҡи “мине” бала саҡта, ата-әсә усағында һалына. "Ояһында ни күрһә — осҡанында шул булыр”, "Баланы бишектән өйрәт”, “Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр”, тип өйрәткән халыҡ аҡылы.
Бала саҡтан уҡ ололарға ҡарата шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек тәрбиәләү ҙә ата-әсә ҡулында. “Оло кешегә изгелек күрһәтмәгән — олоғайғас үҙе лә изгелек күрмәҫ”, тип әйтә халыҡ мәҡәле. Ҡарттарҙы йәберләү, иҫән балалары була тороп, етем ҡалған ата-әсәләр, бер кемгә лә кәрәк булмаған ҡарт-ҡоро менән шығырым тулған приюттар, ихтирамдан мәхрүм булған бәхетһеҙ ҡартлыҡ — был күренеш башҡорт халҡына хас түгел.
Халҡыбыҙҙың ғибрәтле бер әкиәте иҫкә төшә. Бер ир ҡарт әсәһен ярыҡ ялғашҡа ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыҡҡан. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәрткән. Ялғашты төртөп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына йәбешкән: "Туҡта, туҡта, ялғашты төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ”. Атаһының: "Нимәгә ул һиңә ярыҡ ялғаш?” — тигән һорауына малай бик етди төҫ менән яуап биргән: "Бәй, һин ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?” — ти икән.
“Йәшлегеңдә ни сәсһәң, ҡартлығыңда шуны урырһың”, тигән халыҡ мәҡәле йәштәргә киҫәтеү, иҫкәртеү булып тора.


Вернуться назад