Был аҙнала...15.01.2013
14 ғинуар — иҫке календарь буйынса яңы йыл башлана.
— Техник фәндәр докторы, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Вил Өмөтбаевҡа 75 йәш (1938).
15 ғинуар — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Әлфиә Афзаловаға 80 йәш (1933).
18 ғинуар — актриса, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәмзилә Әҙелшинаға 80 йәш (1933).
20 ғинуар — физик, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәүеф Бәхтизинға 70 йәш (1942).


Вернуться назад