Ҡатын-ҡыҙ яғымлы әсә, иренә һөйөклө йәр булырға тейеш, тибеҙ. Ә ауылда йәшәгәндәргә егәрле, һоҡланғыс килен һәм еңгә, йортон ялт иттереп тотҡан, өлгөр, ҡунаҡсыл хужабикә булыу бурысы ла өҫтәлә. Беҙҙең яҡтың гүзәл заттары тап ошондай һыҙаттарға эйә.
Күптән түгел улар "Әсәйҙәрҙең күңеле лә, кейеме лә, йөҙө лә матур" тигән сарала осрашты. Әбделкәрим, Алғаҙы, Ҡыуат ауылдарынан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙы "Йәйғор" балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр сәләмләне. Сағыу сығыштарына ҡушып, әсәйҙәргә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы улар.
Беҙҙәге ҡатын-ҡыҙ йәмәғәт эшендә лә ихлас ҡатнаша. Әбделкәрим ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәсимә Әбделғафарова ошондай өлгөр әсәләргә маҡтау грамотаһы тапшырҙы, изге һыҙаттарына артабан да тоғро ҡалыуҙарын теләне.
Әбделкәрим мәктәбе уҡытыусыһы Лиза Мөхәмәтйәнованың, Ҡыуат ауылы ағинәйе Миңнур Солтанғолованың, "Түңгәүер" фольклор ансамбле етәксеһе, мәғариф ветераны Зәйнәп Кәримованың, сәсәниәбеҙ Файза Булатованың тәрбиәүи темаға сығыштарын һәр кем йотлоғоп тыңланы.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле әрнемәһә, йөҙө йылмайыуҙан балҡып торһа, тормошобоҙ ҙа яҡты, имен булыр.